Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 78-гә артҡан. Пандемия осоронда бөтәһе 10 167 ауырыуға ошо диагноз ҡуйылды.
Һауыҡҡандар сафын 135 кеше тулыландырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә йәнә бер ауырыу вафат булған. Уның Өфөлә йәшәгән 65 йәшлек ир икәнлеге билдәле. Бер нисә хроник сире лә булған, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Шулай итеп, пандемия осоронда ковид диагнозы ҡуйылған 49 кеше вафат булды.
Оператив федераль мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә тәүлектә коронавирус инфекцияһын 16 521 кеше йоҡторған, 296 сирле вафат булған, 11 567 ауырыу һауыҡҡан.
Эксперттарҙың күҙаллауҙары әлегә ҡыуандырмай. Сирҙәрҙең иң юғары нөктәһенең ноябргә тура килеүе, вирусты йоҡторғандар һаны илдә көнөнә 20 меңгә етеүе ихтимал, тип иҫәпләйҙәр. Был күрһәткес яҙғы осорҙағынан ике тапҡырға күберәк. Тимәк, һәр кем өсөн уйланырлыҡ урын бар. Санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙән, һаҡлыҡ сараларын ҡулланыуҙан күп нәмә тора.