Сәләмәт булайыҡ
25 Октябрь 2020, 16:00

“Батырҙар” тиҙерәк бирешә

“Юҡ, ауырымайым. Миңә тымау ғына тейгән!”

Психолог Сергей Ланг иҫәпләүенсә, коронавирус инфекцияһына сирҙе йоҡтороуҙан ҡурҡмаған “батырҙар” тиҙерәк бирешә. Ни өсөн тигәндә, уларҙың организмы һаҡлағыс механизмдарҙың эшмәкәрлеген тотҡарлай.
Шулай уҡ сирҙе инҡар иткәндәрҙең үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты көсһөҙләнә. Бындай кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған осраҡта ла, үҙен “юҡ, ауырымайым, миңә тымау ғына тейгән” тип тынысландырыуы һәм изоляцияға китмәүе ихтимал. Үкенескә күрә, бындай хәлдәр осрап тора.
”Кешенең үҙе менән бер ҡасан да күңелһеҙ хәлдең, сирҙең булмаясағын раҫларға тырышыуы бик хәүефле”, - тип иҫәпләй психолог. Шул уҡ ваҡытта артыҡ паникаға бирелеү, ҡурҡыуға төшөү ҙә сәләмәтлек өсөн насар, сөнки көслө стресс организмды көсһөҙләндерә. Тимәк, “алтын урталыҡ”ты табыу мөһим.
Фото: vesti-lipetsk.ru
Читайте нас