Сәләмәт булайыҡ
24 Октябрь 2020, 19:00

Табип күнекмәләр яһап күрһәтте

Табип-реабилитолог Вадим Ғиниәтов үпкәләрҙе таҙартыу өсөн ябай ғына күнекмәләр тәҡдим итте.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында эшләгән табип-реабилитолог Вадим Ғиниәтов тын юлы-үпкә системаһы сирҙәре менән ауырыған пациенттар өсөн файҙалы буласаҡ күнекмәләр тәҡдим итте.
Уның фекеренсә, был күнекмәләр үпкәләрҙең дренаж торошона булышлыҡ итә, йәғни ҡаҡырыҡ сығыуы еңелләшә. Үҙ тәҡдимдәрен белгес видеояҙма рәүешендә социаль селтәргә лә һалды.
Табип әйтеүенсә, уң яҡ үпкәне дренаж торошҡа килтереү өсөн пациент ултырғысҡа ултырып, һул яғына ҡарай эйелергә һәм кәүҙәһен бороп, уң ҡулын башының арт яғына табан хәрәкәтләндерергә тейеш. Ошо хәлдә бер минут самаһы тын алырға. Әгәр йүткерге килһә, тәүге торошҡа кире ҡайтып, аҙ ғына алға эйелеп, йүткерергә кәрәк. Ошондай уҡ күнекмә һул яҡ үпкә өсөн дә башҡарыла: уң яҡҡа эйеләбеҙ, һул ҡулды баш артына ҡуйып, бер минут самаһы тын алабыҙ.
Табип быға тиклем дә коронавирус йәки пневмония сәбәпле тын алыуы ауырлашҡан пациенттар өсөн күнекмә һалғайны. Уныһы ла бик ябай: артлы ултырғысҡа арҡаны ныҡ итеп терәп ултырып, ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйәбеҙ һәм уларҙы баш бармаҡ аҫҡа ҡарап торорлоҡ итеп борабыҙ. Ошо хәлдә тәрән итеп тын алырға ла тынды сығарырға.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас