Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 80-гә артып, бөтәһе 10 247 кеше тәшкил итте.
25 октябргә алынған мәғлүмәттәр буйынса, күңелһеҙ статистиканы GOVLD-19 диагнозы раҫланған тағы бер вирус ҡорбаны тулыландырҙы. 50 йәшлек ҡатын Өфөлә йәшәгән, уның хәлен ҡатмарландырған башҡа сирҙәре лә булған. Атап әйткәндә, беренсе дәрәжә һимереү, өсөнсө дәрәжә атеросклероз, эске органдарҙың паренхиматоз дистрофияһы диагноздары ҡуйылған.
Республикала мәкерле сир, пандемия башланғандан алып, 50 кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, барлығы 9 370 ауырыу һауыҡҡан, шул иҫәптән тәүлек эсендә 17 пациент сирҙе еңгән. Әлеге мәлдә 187 кеше - стационарҙарҙа, 640-ы амбулатор шарттарҙа дауалана, тип хәбәр итә республика оператив штабы.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 16 710 кеше сирҙе йоҡторған, 229 ауырыу вафат булған, 7 704-е һауыҡҡан. Чукотка автономиялы округында ғына һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандар теркәлмәгән. Сир үҫеше түбән булған төбәктәр исемлегендә - Чечен Республикаһы (0,4%), Мәскәү өлкәһе, Сыуаш Республикаһы, Дағстан һәм Татарстан (0,6%).