Сәләмәт булайыҡ
26 Октябрь 2020, 16:30

Белгестәргә күренеп ҡалығыҙ!

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы Шишмә, Борай, Дыуан, Дәүләкән, Ейәнсура райондарында үҙ эшен дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” һаулыҡ һаҡлау акцияһында күсмә ФАП-тар, Һаулыҡ үҙәктәре, флюорограф-маммографтар, Республика клиник дауаханаһы менән кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһының күсмә модуле ҡабул итеүҙәр алып бара.
Акция башынан бөгөнгә тиклем 27 465 кеше ҡаралған, 16 991 тикшереү үткәрелгән, шулар иҫәбендә – 12 215 флюорография, 4776 маммография. 1933 кешелә – ҡанда шәкәрҙең күп булыуы, 1854 пациентта – холестериндың саманан артыҡлығы, 3487-һендә – юғары ҡан баҫымы, 2145 кешелә – артыҡ тән ауырлығы, 1701-ендә иһә тәмәке менән мауығыу асыҡланған. Яман шеш хәүефе – 102, шәкәр диабетына – 134, туберкулезға шик 33 кешелә билдәләнгән.
Бындай граждандар диагнозды артабан асыҡлауға йә дауалауға йүнәлтелгән, күҙәтеүгә алынған.
Медицина хеҙмәткәрҙәренән торған бригадалар түбәндәге райондарҙа эшен дауам итә:
– 26-30 октябрҙә – Шишмә;
– 30 октябргә тиклем – Дыуан;
– 23-28 октябрҙә – Борай;
– 26-30 октябрҙә – Дәүләкән;
– 26-30 октябрҙә – Ейәнсура.
Белорет йүнәлешендә эш тамамланғайны инде.
Шуныһын да хәтергә төшөрәбеҙ: табиптарға алдан яҙылырға кәрәкмәй, ҡабул итеү сират буйынса атҡарыла. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” 10 ноябргә тиклем дауам итә.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас