Стәрлетамаҡтан өс йәшлек Софья Ғизәтуллина, ниһайәт, балалар баҡсаһына йөрөй башлаған, тип хәбәр итә урындағы "Изгелек йәйғоры" йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре.
Бәләкәй Соняның тыумыштан ауыр сирҙәр менән яфаланыуы, шул сәбәпле ҡул суҡтары һәм аяҡ үксәләре, бит һәм баш һөйәктәре дөрөҫ үҫешмәүе, бик насар хәрәкәтләнеүе һәм һөйләшмәүе хаҡында бер нисә тапҡыр яҙып үткәйнек. Стәрлетамаҡ районы ауылдарының береһендә йәшәгән ҡыҙҙың ғаиләһе бик ауыр шарттарҙа көн итә, етмәһә Софьяны балалар баҡсаһына алмайҙар, йәнәһе уның йөҙ-ҡиәфәтенән балалар ҡурҡа.
Ҡыҙҙың яҙмышы яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә республика Башлығы булышлыҡ итте: ғаилә ике бүлмәле фатирға эйә булды, Соняны Израилдең иң шәп табиптары ҡараны, Өфөлә операция эшләнде.
Бөгөн уның хәле яҡшырыуға табан бара, әммә һаулығы тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеп булмай, тағы ла операция талап ителә. Иң мөһиме - кескәй Софья үҙенең тиңдәштәре менән бергә балалар баҡсаһына йөрөй башланы.
Беҙ ҙә ҡыҙҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ һәм уның тиҙерәк тулыһынса һау-сәләмәт булыуын теләйбеҙ.