Сәләмәт булайыҡ
27 Октябрь 2020, 08:00

Студенттар тулыһынса дистанцияла уҡыуға күсерме?

Юғары уҡыу йорттарында коронавирусҡа бәйле хәл хөртәйгән.

Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарында коронавирус менән сирләгән студенттар һәм уҡытыусылар һаны артҡан. Ошо сәбәпле уларҙы тулыһынса дистанцияла белем алыуға күсереүҙәре ихтимал.
Кисә Хөкүмәттә булған оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, юғары уҡыу йорттарында хәл ҡырҡа насарланған.
"Беҙҙең бурыс - белем биреү процесына зыян килтермәй генә инфекция сылбырын өҙөү", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм министрлыҡҡа яҡын арала ҡарар ҡабул итергә ҡушты.
Билдәле булыуынса, быйыл 1 сентябрҙән уҡырға тик бакалавриаттың беренсе һәм магистратураның һуңғы курсы студенттары ғына сыҡҡайны. Ҡайһы бер уҡыу йорттарында сирләгәндәр артыуы сәбәпле октябрҙә курстар өлөшләтә дистанцияла белем ала башланы. Хәҙер иһә уларҙы тулыһынса ошо режимға күсереү тураһында һүҙ бара.
Министр белдереүенсә, колледждарҙа ла сир арта. Үткән аҙнала ғына 41 студент ауырып киткән. Мәктәп һәм балалар баҡсаларында әлегә хәл тотороҡло. Юғары уҡыу йорттарына килгәндә, яңы коронавирус инфекцияһы 182 студентта һәм 111 хеҙмәткәрҙә асыҡланған.
Дөйөм алғанда, быйыл республика мәктәптәрендә 490 мең уҡыусы, һөнәри белем биреү учреждениеларында - 94 мең, юғары уҡыу йорттарында 98 мең студент уҡый.
Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡарар яҡын арала ҡабул ителәсәк.
Фото: vvsu.ru
Читайте нас