Сәләмәт булайыҡ
28 Октябрь 2020, 14:30

Битлегең ҡайҙа, етәксе?

...Ауыл хакимиәтендә лә ошоға оҡшаш хәл: хеҙмәткәрҙәр ҙә, етәксе лә битлек кеймәгән, ишек төбөндә зарарһыҙландырыусы саралар ҙа, антиковид инспекторы ла юҡ.

Көҙгө миҙгел етеү менән киҫкен респиратор инфекцияларҙың күпләп таралыуы менән бер рәттән, коронавирустың да әүҙемләшеүен күҙҙаллағандар ине. Күреүебеҙсә, әлегә тынысланырлыҡ яңылыҡтар юҡ: ковид йоҡтороусылар көндән-көн арта бара.
Ә ҡәһәрле вирус артабан таралмаһын өсөн ҡәҙимге ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур, сөнки вирусты еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө ныҡлы тәртип һәм аныҡ талаптарҙы үтәү менән генә индерергә мөмкин. Һүҙ битлек кейеү, санитар ҡағиҙәләрҙе үтәү тураһында бара.
Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Рәсәйҙә дөйөм битлек режимы индерелде. Нормаларҙы үтәүҙе тикшереү буйынса рейдтар үткәрелә, ҡағиҙәләрҙе үтәмәүселәргә штраф яҙыла.
Халыҡ араһындағы тәртипте Роспотребнадзор идаралығы күҙәтһә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республика етәксеһенең Контроль идараһы санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларын власть органдарында һәм уларға бойһонған ойошмаларҙа нисек үтәлеүен тикшерә. Әйтергә кәрәк, рейдтар көн дә буласаҡ һәм республиканың барлыҡ район-ҡалаларында үтәсәк.
Бөгөн, мәҫәлән, ошондай тикшереү Иглин районында тормошҡа ашырылған. Тәүге сиратта – урындағы стоматология поликлиникаһы. Тормош дауам итә, теш проблемалары менән кешеләр медицина учреждениеһына инә-сыға тора. Ишек төбөндәге антиковид инспекторы шартына килтереп кейенһә һәм температура үлсәү, ҡулды зарарһыҙландырыу саралары эргәһендә булһа ла, кешеләр туҡтап та тормайынса эскә ағыла... Инспектор ҙа өндәшмәй.
“Ниңә улай?”, – тигән һорауға иһә: “Һәр үткән кешегә “битлек кей” тип ултырырға ни, барыбер ҡолаҡҡа ла элмәйҙәр. Унан тыш, быларҙың барыһы ла тышта уҡ яҙып ҡуйылған. Һәр береһе үҙ хәүефһеҙлеген үҙе хәстәрләргә тейеш”, - тип яуап бирә.
Иглин ауылы хакимиәтендә лә ошоға оҡшаш хәл: хеҙмәткәрҙәр ҙә, етәксе лә битлек кеймәгән, ишек төбөндә зарарһыҙландырыусы саралар ҙа, антиковид инспекторы ла юҡ. Сит кешеләр күҙгә салынғас ҡына, учреждениела битлек эҙләй башлайҙар, антисептик һауыты ла тылсымлы рәүештә өҫтәлдә хасил була...
“Температураны үлсәгән һөҙөмтәләрҙе махсус журналға теркәйбеҙ, бүлмәләрҙе лә елләтәбеҙ”, – тип белдерә Регина Байдәүләтова, ауыл хакимәте етәксеһе. Бәлки шулайҙыр ҙа, әммә был осраҡта түгел, шуға күрә тикшереүселәр уны киҫәтергә мәжбүр.
Тикшереүселәр араһында Башҡортостан Башлығының Контроль идараһы кәңәшсеһе Рөстәм Латипов та бар. Уның фекеренсә, тәүге сиратта учреждениелағы хәл етәксенең мөнәсәбәтенән тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район-ауылдарҙа талаптарҙы насар үтәйҙәр, йә бөтөнләй инҡар итәләр.
Әммә яҡшы миҫалдар ҙа бар. Мәҫәлән, шул уҡ Иглин ауылында урынлашҡан район хакимиәтендә антиковид инспекторы ҡаршы ала, ишек төбөндәге һаҡсы температураны үлсәй, ҡулды зарарһыҙландырыу саралары ла бар.
Хакимиәт хеҙмәткәре Ирина Стафеева әлегә антиковид инспекторы вазифаһын үтәй һәм учреждениела барлыҡ санитар нормалар теүәл үтәлеүен белдерә.
Әйткәндәй, коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән күрелгән саралар власть органдарында һәм уларға бойһонған ойошмаларҙа үтәлмәй икән, учреждениелар махсус “ҡыҙыл” исемлеккә индереләсәк. Республикалағы барлыҡ административ ойошма-учреждениелар, дәүләт кимәлендәге предприятиелар тикшерелеп бөткәндән һуң, мәғлүмәт төбәк етәксеһенә еткереләсәк.
Фото: “Россия” каналы төшөргән видеонан скриншот.
Читайте нас