Сәләмәт булайыҡ
28 Октябрь 2020, 06:30

Көләкәс малайға һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҡаты йөрәк сире, үҫешеп етмәгән артериялар һәм үпкә менән донъяға килгән малай өс йәшлек ғүмерендә әллә күпме операция үткәргән

Өс йәшлек Шамилдең “егетлегенә” хайран ҡалырлыҡ! Ҡаты йөрәк сире, үҫешмәгән артериялар һәм үпкә менән донъяға килгән малай әллә күпме операция үткәргән, тамағына ҡуйылған көпшә аша тын ала, гастростома аша туҡлана, шулай булыуына ҡарамаҫтан, һәр көнгә шатланып йәшәй.
Ул күптән инде кислород концентраторының фатир иҙәнендә һуҙылып ятҡан 15 метрлы үткәргестәренә иғтибар итмәй. Улар аша һикереп сығып, үҙенең эштәре менән була. Апаһының китап уҡығанын тыңлай, атаһының тубығында ултырырға ярата, нисек тә булһа йәшәргә тырыша...
Табиптар Шамилгә бер нисек тә ярҙам итә алмауын йәшермәй. “Ҡайҙа ғына яҙманым, Рәсәй, сит ил дауаханаларына... Һәр ерҙә дауалауҙан баш тарталар, бик ауыр хәл, тиҙәр. Мин инде әсе яҙмышыбыҙға күнеп тә бөткәйнем, тик Италиянан беҙгә яуап биргән докторҙың малайыбыҙҙы һауыҡтырырға тырышасағын ишетеүҙән йәнә ҡанатландым. Ул “беҙгә килегеҙ, хирургик дауалау алымын уйларбыҙ, улығыҙҙың үҙаллы тын алыу мөмкинлеге бар”, тип дәртләндерә”. Тимәк, Шамилдең үпкәне яһалма елләтеү аппаратынан тыш йәшәүе, кислород концентраторын онотоуы ихтимал.
Былтыр Шамилдең йөрәгенә ҡатмарлы операция яһалған. Тик уға тағы бер операция яһарға кәрәк. Доктор Пак малайҙың йөрәгенә радикаль операция эшләү яуаплылығын үҙ өҫтөнә алырға ниәтләй. Бөтәһе лә уңышлы барһа, был әмәләттең һуңғыһы булыуына өмөт бар. Операция дүрт миллион һумға барып баҫасаҡ. Русфонд был сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алырға әҙер. Тик авиация бәйләнеше ҡиммәткә төшәсәк, сөнки өс йәшлек малайҙың медицина ҡорамалдары ауыр һәм күп. Шамил Яҡупов ата-әсәһе менән ноябрь айы урталарына тәғәйенләнгән операцияға барып өлгөрһөн өсөн 150 мең һум аҡса кәрәк. “Потерь нет” фонды ғаиләгә ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәргә үҙҙәре менән бәйләнешкә инеүҙе һорай.
Фото:Горобзор.ру
Читайте нас