Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың сирләүе тураһында имеш-мимеш күп булды. Бөгөн был мәсьәләгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нөктә ҡуйҙы һәм уның хәле тураһында видеояҙма аша хәбәр итте. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, ул ысынлап та ҡаты сирләй. Тәүҙә унда пневмония булған. Шулай уҡ COVID-19 инфекцияһы булыуы ла раҫланған.
"Ул ҡаты сирләй, үпкәһе ныҡ зыян күргән, - тине Радий Хәбиров. - Ул әле дауалана, беҙ уның һауығыуын һәм тиҙерәк эшкә сығыуын көтәбеҙ. Хәл шундай - Өлфәт Мостафин мэр ғына түгел. Ул минең яҡын дуҫым. Үткән аҙнала мин уның янында булдым. Ул дауа ала. Тик тағы бер тапҡыр әйтәм, уның сире ҡатмарлы. Әле күптәр ауырый, һәм был сирҙе үткәргән кешеләр бының ябай ғына үтмәүен белә. Йәше лә бара. Шуға тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: тиҙерәк һауыҡһын тип өмөтләнәбеҙ. Ә Өфөгә килгәндә, ул эшләй. Ҡышҡа әҙерләнәбеҙ, башҡарырға тейеш булған бөтә программаларҙы тамамлайбыҙ. Барыһы ла эш тәртибендә бара".