Республикала ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә коронавирус таралыуына бәйле хәл көсөргәнешле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә ҡаты сирләгән тағы бер пациенттың вафат булғаны хәбәр ителде. Шулай итеп, вирус ҡорбандары республикала 51-гә етте.
1957 йылғы ҡатындың башҡа сирҙәре лә асыҡланған: өсөнсө дәрәжә аорта атеросклерозы, йөрәк ишемияһы һәм хроник бронхит.
Һуңғы тәүлектә сирҙе йәнә 86 кеше йоҡторған, ауырыуҙарҙың дөйөм һаны 10 501 кеше тәшкил итә. Пневмония ла арта, тәүлек эсендә 289 кешегә ошо диагноз ҡуйылған һәм 274 ауырыу һауыҡҡан. Әле стационарҙарҙа 195 пациент дауалана, 11 ауырыу ауыр хәлдә, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Республикала битлек режимы ҡәтғиләнде. Санитария-гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ.