Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Башинформ" агентлығына хәбәр итеүе буйынса, 35 көн дауамында сир менән көрәшкәндән һуң Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин вафат булды...
Алдан яҙыуыбыҙса, ул коронавирус менән сирләй ине. Әле асыҡланыуынса, коронавирус һәм пневмония ауырыуҙары сәбәпле өҙлөгөү уның ғүмерен өҙгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация техник университетын тамамлаған, армияла хеҙмәт иткән. Техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-коммуналь хужалығында башлай. Уның етештереү тресында баш инженер, Киров район Советы башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, баш ҡаланың торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. Туҡһанынсы йылдарҙа "Газпром" системаһында эш башлай.
2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә күсә, унда Финанс-хужалыҡ идаралығы етәксеһе була. 2010-2013 йылдарҙа Иҡтисад, техник һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, аҙаҡ кире "Газпром"ға ҡайта. 2018 йылдың 29 октябрендә "Газпром газ бүлеү Өфө" предприятиеһы генераль директоры урынбаҫарынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына күсә.
"Башҡортостан" гәзите редакцияһы мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.