Сәләмәт булайыҡ
29 Октябрь 2020, 16:30

Пневмония арта бара...

Һуңғы тәүлектә был диагноз 277 кешегә ҡуйылған. 1978 йылғы ирҙең коронавирустан вафат булғаны мәғлүм.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 85 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 10586-ға етте. Һауыҡҡандар – 9555 (һуңғы тәүлектә 68 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 52.
Һуңғы тәүлектә 1978 йылғы ирҙең вафат булғаны мәғлүм. Уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғаны, миокард инфаркты кисергәне билдәле.
Башҡортостан стационарҙарында – 209 (шул иҫәптән 10 кеше ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 770 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 332 436 тикшереү (һуңғы тәүлектә - 12211) үткәрелгән, 1 287 720 кеше ҡаралған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 277 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 281 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru
Читайте нас