Сәләмәт булайыҡ
29 Октябрь 2020, 07:00

Тоҙға ихтыяж ни өсөн артҡан?

Тоҙ иретмәһе менән танау ҡыуышлығын сайҡатыу йоғошло сирҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе вируслы һәм бактериаль ҡуҙғытҡыстарҙы кәметә...

Рәсәйҙә тоҙ етештереүсе иң эре предприятие - “Руссоль” компанияһы үҙенең продукцияһына ихтыяж тыуыуын йәшермәй. Хәл осраҡлы түгел: пандемия башланыу менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғәҙәттәге аш тоҙон коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүсе иң ябай ысул тип атаны. Отоларингологтар тоҙ иретмәһен сирләгәндән һуң еҫ һиҙеүҙе тергеҙеү өсөн ҡулланырға кәңәш итә. Айырыуса Ырымбурҙағы Соль-Илецк ятҡылығында сығарылған тоҙҙоң әһәмиәтен билдәләйҙәр. Баҡһаң, унда бик көслө антиоксидант – селен бар икән. Ғалимдарҙың фекеренсә, цинк, D витамины һәм селен инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡты арттыра.
Бер нисә илдең тикшеренеүселәре пандемия осоронда организмда селендың ҡытлығына ҡаршы көрәшергә кәрәклекте билдәләй. Рәсәй ғалимдары иммунитетты нығытыу һәм антиесемдәр барлыҡҡа килеү өсөн цинк, селен һәм D витаминының юғары тәьҫирлеген иҫбатлаған. Улар организмда етешмәгәндә сир ауырыраҡ үтә, ти белгестәр. Был хаҡта әйтелгән фекерҙәрҙе ҡабатлап тормайынса, Илецк тоҙоноң ни өсөн файҙалы булыуын белергә тырышайыҡ.
- 2007 йылда уҡ Рәсәй Фәндәр академияһы тикшеренеүҙәре аш тоҙонда был минералдың булыуын раҫланы, - ти “Илецксоль” метрология, сертификация һәм сифат департаменты етәксеһе Елена Матвеева. - Бер килограмм Илецк тоҙона 17 микрограмм селен тура килә. Балыҡ, ит, сәтләүек, ярмалар менән бергә беҙҙең аш тоҙо ла селенды ҡулланыуҙың тәүлек балансын тулыландырырға ярҙам итә.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аш тоҙон коронавирусты иҫкәртеү маҡсатында файҙаланырға кәңәш бирә. Тоҙ иретмәһе менән танау ҡыуышлығын сайҡатыу йоғошло сирҙәрҙе барлыҡҡа килтереүсе вируслы һәм бактериаль ҡуҙғытҡыстарҙы кәметә. Отоларингологтарҙың әйтеүенсә, тоҙ иретмәһе сирләгәндән һуң еҫ һиҙмәү үҙенсәлегенән ҡотолорға, поливитминдар ҡулланыу һәм күберәк шыйыҡлыҡ эсеү менән бергә тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк.
Фото:Fb.ru
Читайте нас