Сәләмәт булайыҡ
30 Октябрь 2020, 10:53

Алтын көҙҙөң дә һөйөндөрмәүе мөмкин

Көҙҙө кемдер көтөп ала, уның ҡайһы берәүҙәр өсөн бик уңышлы булыуы ихтимал. Шулай ҙа алтын көҙ – күптәр өсөн ҡатмарлы күсеү осоро, моңһоу ҙа, күңел­һеҙ ҙә, төшөнкөлөк баҫҡан мәл. Үҙеңде яҡшылыҡҡа дәртлән­дереүгә ынтылыш юға­ла, кәйеф ҡыры­лып ҡына бара, иртән тороу ауырлаша.

Көҙҙө кемдер көтөп ала, уның ҡайһы берәүҙәр өсөн бик уңышлы булыуы ихтимал. Шулай ҙа алтын көҙ – күптәр өсөн ҡатмарлы күсеү осоро, моңһоу ҙа, күңел­һеҙ ҙә, төшөнкөлөк баҫҡан мәл. Үҙеңде яҡшылыҡҡа дәртлән­дереүгә ынтылыш юға­ла, кәйеф ҡыры­лып ҡына бара, иртән тороу ауырлаша.


Миҙгелдәрҙең алмашыуы та­мамланғас та, ауыр депрес­сияның көсә­йеүе ихтимал. Беҙ бит робот түгел, ә тере кешеләр, көн дә үҙеңде бәхетле тойоу йәки даими шатлыҡ кисереү мөмкин түгел. Хатта үҙен оптимист тип һанағандарға ла юҡһы­ныу, ҡайғырыу йәки хә­үеф­ләнеү тойғолары хас. Шулай булырға тейеш тә. Йәйҙең матурлығы төҫ­һөҙ­ләнгән, көҙ күренеш­тәре күберәк урын ала барған һайын, ауырыраҡ була. Ҡояш болоҡһоу болоттар артына йәшеренә, йәм­ле йылы көндәрҙе быҫ­ҡаҡ ямғыр, еүеш, йән­гә тейгес, өшөт­көс ел­дәр алмаштыра. Көндәр ҡыҫ­ҡа­­ра. Үҙең менән риза булмау, тәрән ҡәнәғәт­һеҙ­лек, өмөт­һөҙ­лөк тойғоһо тынғылыҡ бирмәй.
Ғәҙәттәге эс бошоу менән депрессия араһын­да ниндәй айырма бар? Депрессия төшөнкө кә­йеф кенә түгел, ул – сир. Эс бошоу һәм һағыш – ке­шенең ваҡытлыса торо­шо, климатҡа яраҡла­шыу мәленә хас үҙенсә­лек. Уны дарыуһыҙ ҙа үҙаллы еңеп сығырға мөмкин.
Психологияла эс бо­шоу­ҙың өс күрһәткесе бар: тойғоларҙың һүреле­үе, көс бөтөүе һәм йоҡо килеү. Уның ике-дүрт аҙ­наға һуҙы­лыуы ихтимал. Аҙаҡ бындай хәл үтеп китә. Ә депрессия – даи­ми. Бик оҙаҡҡа һуҙылған тө­шөнкөлөктөң депрес­сияға әүерелеүе мөмкин. Айҙар үтә, ә кеше үҙен ҡулға ала алмай. Был осраҡ­та уға яҡындары­ның ярҙа­мы мөһим. Һағыштан, ҡәнә­ғәт­һеҙ­лек тойғоһонан айырыла алмағандарҙы оялтырға, ғәйепләргә ярамай.
Миҙгелдәр алышын­ғанда тирә-яҡ мөхиттән тыш, кеше организмында ла үҙгәрештәр башлана. Ул тәбиғәткә яраҡлашыр­ға тырыша, энергияны һаҡларға, яңы һауа торошо шарттарына ҡулайла­шырға ынтыла. Энергияны сарыф итеү кәмей, оҙайлы, ҡатмарлы ҡышҡы осорға әҙерлек дауам итә. Барыһы ла дөйөм торо­шо­боҙҙа сағыла, арый­быҙ, йоҡомһорайбыҙ – уларҙы организмдың тә­биғи реакцияһы тип ҡабул итергә кәрәк.
Депрессияның төп бил­дәләре сирҙәрҙең халыҡ-ара класси­фика­цияһында билдәләнгән. Кешелә пессимистик уйҙарҙан тыш, психика­ның тотороҡло ауыр үҙгә­реше күҙәтелһә, йоҡоһоҙ­лоҡ йонсотһа (киреһенсә лә булыуы ихтимал), бер нимә лә шатлыҡ тойғоһо уятмаһа, тормошҡа ҡы­ҙыҡ­һыныу юғалһа, иғти­бар кәмеһә, был саҡта депрессия хаҡында һүҙ йөрөтә алабыҙ. Ул – ҡат­марлы процесс, бары бел­гестәр генә диагноз ҡуя ала. Ниндәйҙер бил­дә­ләре күҙәтелә икән, та­бипҡа мөрәжәғәт итеүҙән тартынырға ярамай. Йыш илағы килеү, сәбәпһеҙ ҡуҙ­ғыу, ярһыу, агрессия һәм хроник талсығыу һеҙ­ҙең психикағыҙҙың нин­дәйҙер сәбәп арҡаһында көсөргәнештә тороуын күр­һәтә. Был сәбәпте асыҡ­ларға кәрәк.
Ял итегеҙ, күберәк хә­рә­кәтлә­негеҙ, көн һайын тын алыу күне­геү­ҙәре ме­нән шөғөлләнегеҙ. Ҡараң­ғы бүлмәлә ултырмағыҙ, өйөгөҙ яҡты, йәмле, йылы булһын!
Әгәр ҙә бер нимә лә ярҙам итмәй икән, невропатолог йә иһә психолог ме­нән кәңәшләшегеҙ. Даи­ми стреста, көсөргәнештә йәшәү нервы системаһына кире йоғонто яһай. Проблеманан ҡасырға, уны инҡар итергә ярамай, киреһенсә, сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булырға, һәр яңы атҡан таңды һәйбәт кәйеф менән ҡаршыларға кәрәк. Хәстәрлек, дөрөҫ диагностика, ваҡытында үҙеңде ҡулға алыу – психик сәләмәтлек нигеҙе.
Читайте нас