Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 92 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 10678-гә етте. Һауыҡҡандар – 9645 (һуңғы тәүлектә 90 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 52.
Башҡортостан стационарҙарында – 201 (шул иҫәптән 10 кеше ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 780 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 344 420 тикшереү үткәрелгән, 1 299 262 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11984 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 288 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 276 кеше дауахананан сығарылған.
Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан ошо сир менән республикала 23 112 кеше сирләгән. Сағыштырыу өсөн, былтыр ошо уҡ ваҡыт арауығында был һан 16 939-ға тиң булған. Үҫеш кимәле – 35 процент.
Ошо диагноздан вафат булғандарға килгәндә, былтыр туғыҙ айҙа уларҙың һаны 860 булһа, быйыл иһә – 1505 кеше.