Яңыраҡ йәмәғәтселек Бөтә донъя күреү көнөн билдәләне. Күҙҙәр сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән бик мөһим дата Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары буйынса йыл да октябрҙең икенсе кесе йомаһында үткәрелә. Был көндә һуҡырлыҡ һәм күҙ күреүҙең насарайыу проблемалары тураһында фекер алышыу, сәләмәтлекте пропагандалау ойошторола.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Ер йөҙөндә бер миллиард кеше күҙе боҙолоуҙан яфалана. Уларҙың күпселеген 50 йәштән өлкәнерәктәр тәшкил итә, әммә йәштәр араһында ла күреү һәләтенән мәхрүмдәр аҙ түгел.
Һуҡырлыҡ – күреү һәләтен юғалтыу тигән һүҙ. Төп сәбәптәре: катаракта, глаукома, һары таптың дегенерацияһы, күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһе (роговица) тоноҡланыуы, диабетик ретинопатия, трахома һәм балаларҙың күҙ ауырыуы. Донъяла ҡартайыу һәм контролһеҙ шәкәр диабеты менән бәйле һуҡырайыу йыш күҙәтелә. Ә бит уларҙың күпселеген булдырмаҫҡа йәки дауаларға мөмкин булыр ине!
Күҙ күреүен һаҡлау өсөн нимә эшләргә мөмкин? Табип-офтальмологка даими күренегеҙ, күҙҙәрегеҙҙе һаҡлау өсөн күҙлек ҡулланығыҙ, гигиена талаптарын үтәгеҙ (компьютер экранына тиклем ара 30 сантиметрҙан да кәм булмаһын), яҡтылыҡ дөрөҫ төшһөн. Эш араһында күҙҙәрегеҙҙе ял иттерегеҙ. Ҡулдарығыҙ һәр саҡ таҙа булһын. Даими туҡланығыҙ, физик күнегеүҙәр ҙә файҙалы.