Бөгөн донъябыҙ ысын мәғәнәһендә ике өлөшкә бүленде: коронавирусҡа тиклемге һәм коронавируслы тормошта йәшәү мәленә. Тотош донъяла яңы вирустың таралыуы тураһында һүҙ сыҡҡас, интернетта Ҡытай, Италия, Америка илдәренән видеояҙмалар таралғас, беҙ быға нисектер ышанмайыраҡ ҡараныҡ. Ул хәлдәр ҡайҙалыр алыҫта һәм беҙгә ҡағылмаҫ, килеп етмәҫ, тип уйланыҡ. Ә COVID-19 тип нарыҡланған вирус күҙ асып йомғансы тигәндәй бар донъяны баҫып алды, сәйәсәтте, иҡтисадты, йәғни барлыҡ йәшәйеште үҙ ҡанундарына буйһондорҙо. Ябай халыҡ араһында ла, белгестәр даирәһендә лә уға ҡарата төрлө ҡараш, фекер, бәхәс булды һәм бөгөнгәсә тынғаны ла юҡ. Кемдәрҙер “сир юҡ бит ул, был – сәйәсәт” тигән ҡарашты ҡайыра, икенселәр даими ҡурҡыу, хәүеф аҫтында йәшәүен тәҡрарлай, өсөнсөләр “барыбыҙ ҙа сирләмәйенсә пандемия үтмәйәсәк, барыһы ла Хоҙай ҡулында” тип хәл-торошҡа тыныс ҡарауҙы хуп күрә. Шул уҡ ваҡытта мәкерле сир үҙенең барлығын һәр даим белдерә, яуызлығын раҫлай, барлыҡ кешелекте яңы шарттарҙа йәшәргә мәжбүр итә.
Бөгөн һәр беребеҙҙең яҡындары, дуҫтары араһында кем дә булһа ла COVID-19-ҙы үҙ миҫалында татыған, ауырыған, дауаланған, еңеп сыҡҡан. Үкенескә ҡаршы, еңеп сыға алмаған таныштарыбыҙ ҙа бар шул... Ундай ауыр юғалтыуҙар беҙҙе урап үтһен, барлыҡ кешелеккә мөмкин тиклем тиҙерәк был зәхмәтте еңергә яҙһын, тигән изге теләктә булайыҡ. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға коронавирус менән ауырып, сирҙең барлыҡ эҙемтәләрен татып, уны еңеүгә өлгәшкән кешеләрҙең уй-фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ. Улар һөйләгәндәр күптәр өсөн фәһемле булыр, моғайын.
Эльмира, бухгалтер, 35 йәш:
– Бығаса төрлө сир-сырхауға артыҡ бирешеп барманым, шуға күрә коронавирусҡа ла нисектер тыныс ҡараным. Ауырыған хәлдә лә еңел йәки билдәһеҙ генә үткәрермен, моғайын, тип уйланым. Шулай ҙа һаҡлыҡ сараларын үтәргә тырыштым: битлек кейеү, урамдан инеү менән ҡул йыуыу, сумка төбөндә антисептик йөрөтөү ғәҙәткә әйләнде. Хәйер, битлекһеҙ килеш йүгереп кенә магазинға инеп сыҡҡан, тынсыу тип, транспортта ла уны сисеп ултырған саҡтар булманы түгел... Белмәйем, ҡайҙа ниндәй яңылышлыҡ ебәргәнмендер, әммә зәхмәт мине лә урап үтмәне.
Эпидемия башланғандан алып өйҙән эшләйем. Бер көн кискә ҡарай тәнемдең ауыртыуын, хәлһеҙләнеүен тойҙом. Уға баш ауыртыуы ҡушылды. Ауыртыуҙы баҫа торған дарыу эстем дә, арығанмындыр, шуғалыр, моғайын, тип йоҡларға яттым. Иртәнсәк тороп баҫыуға, күҙ алдарым ҡараңғыланып, башым әйләнеп китте. Тән таралып барғандай, аяҡтың бармаҡ остарына тиклем һыҙлай. Тағы ауыртыуҙы баҫа торған дарыу, лимонлы сәй эстем дә эшләргә ултырҙым. Юҡ, эшләү мөмкин түгел ине. Тән температураһын үлсәнем: 38 градус. Был көн шулай дарыу тәьҫирендә эшләп маташып, әммә күберәк ятып үтте. Өсөнсө көнгә аппетит юҡ, бығаса яратып ашаған ризыҡтарым да тәмһеҙ кеүек тойола, танау еҫ һиҙмәй. Коронавирустың билдәләрен ишетеп тә, уҡып та белгәнгә күрә, мин үҙемдең заман зәхмәтен йоҡтороуыма шикләнмәй инем инде.
Табип саҡырттым. Ул дарыуҙар яҙҙы һәм компьютер томографияһы тикшереүе үтергә ҡушты. Ауыртыуҙы баҫа, температураны төшөрә торған дарыуҙар эсеп, ике ҡат битлек, бирсәткә кейеп, үпкәмде тикшертергә киттем. Һыу буйы сиратта көс-хәл менән дүрт сәғәт ултырып, медицина теле менән әйткәндә, КТ үттем. Һығымта: үпкәнең елһенеүе – 10 процент. Әммә был хәбәр миңә бер нисек тә тәьҫир итмәне, сөнки башымда бер генә уй ине: “Тиҙерәк ҡайтып етеп ятырға”.
Иртәгеһе көнөнә участка табибы шылтыратып хәлемде белеште, дауалауҙы дауам итергә ҡушты, килеп анализ аласаҡтарын әйтте.
Артабан бер-береһенә оҡшаш көндәр теҙмәһе дауам итте. Фатирымда нимәлер эшләргә маташыу хәл бөтөү һәм түшәккә барып йығылыу менән тамамланды. Әхирәтем, дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек һатып алып, подъездағы тумба өҫтөнә ҡалдырып китте. Уға инмәҫкә ҡуштым. Ауылдан әсәйем, туғандарым шылтырата, хәлемде белешеп тора.
Бер нисә көндән тағы участка табибы килде. Сатурацияның (ҡандың кислород менән байыу күрһәткесе) яҡшы кимәлдә булыуы, минең еңел формала ауырыуым хаҡында әйтте. Уның һүҙҙәренән күңелгә аҙ булһа ла рәхәтлек йүгерҙе. Ә бит үҙемде бер ҙә еңел ауырыйымдыр тип уйламай инем, тимәк, минән дә ауырыраҡ хәлдәгеләр бар...
Дарыуҙар үҙ тәьҫирен бирә, яйлап ҡына аппетит барлыҡҡа килә башланы. Табип ҡушыуы буйынса күберәк шыйыҡлыҡ – үлән сәйҙәре, морс, һут эстем. Хәл ингәндәй булһа, күнегеүҙәр эшләйем (улар интернетта бик күп), шар өрәм, фатир буйлап йөрөйөм, дөрөҫөрәге, үҙемде күберәк атлап йөрөргә мәжбүр итәм. Унынсы көн тигәндә температурам төштө, әммә хәлһеҙлек мине әле тулыһынса ташлап китмәне. Аҙ-аҙлап эшемде башҡара башланым, сөнки шәхси компанияла һинең хеҙмәти бурыстарыңды кемгәлер биреп, урыныңа кеше тәғәйенләп тормауҙарын беләһегеҙҙер.
Дауаланыуға ике аҙна тигәндә тағы бер тапҡыр компьютер томографияһы үттем, үпкәнең елһенеүе өс процент ҡалған, тинеләр. Табип шылтыратып, дауалау курсын оҙайтты, вирусҡа ҡаршы дарыуҙарҙы артабан эсергә ҡушты. Ҡайһы берәүҙәр табиптарҙың ауырыуҙың хәлен шылтыратып белешеүенә аптырар, бәлки. Башта мин дә был хәлде аңлап етмәгәйнем. Хәҙер инде беләм: улар ысын мәғәнәһендә өлгөрмәй. Участка табибы миңә беренсе килгәнендә сәғәт биш тулып, көн кискә ауышҡайны. “Бөгөнгә тағы 17 саҡырыу (!) бар”, – тине. Шулай булғас, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ!
Әле мин 16-сы көн ауырыйым. Шөкөр, хәлем яҡшыра. Тик ваҡыты-ваҡыты менән хәлһеҙлек үҙен һиҙҙертеп ала. Шулай, сир эргәбеҙҙә генә һәм, ысынлап та, бик яман. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Нәзилә апай, хаҡлы ялда, 64 йәштә:
– “Тажлы” зәхмәт менән тәүгеләрҙән булып, май айында ауырып киттем. Ял көндәрендә улым, киленем, ейәнсәрҙәрем килде. Киленем бер аҙ сирләп тора ине, “ныҡ ҡына өшөгәйнем, һалҡын алдырҙым шикелле”, тине. Улар ҡайтып китеп, бер-ике көн үтеүгә, үҙемдә хәлһеҙлек тойҙом. Кискә табан тән температураһы күтәрелде.
Иртәгеһенә килен шылтырата: “Ҡәйнәм, хәлең нисек? Морат ауырып китте, температураһы төшмәй, хәле юҡ, ята”, – ти. Минең дә хәл шул сама икәнен әйтем. Йөрәккә шом төштө. Килен табиптарға шылтыратҡан, уларҙың ғаиләһенән анализ алып киткәндәр, тик уныһы тиҙ генә әҙер булмай икән.
Хәлемдең торған һайын насарайыуын тойоп, фельдшер саҡырттым. Дарыуҙар яҙҙы, уларын килен, район үҙәгенән һатып алып, кеше аша ебәрҙе. Температурам бер күтәрелә, бер төшә, ашай алмайым, хәл юҡ, күберәк ятам, ҡоро йүтәл йонсота. 20 ҡаҙ себеше алғайным, шуларҙы, түтәл-түтәл йәшелсә сәселгән баҡсамды уйлап ҡайғырам. Ярай күршем себештәремде ҡарай, уға минең янға инеп йөрөмәҫкә ҡуштым. Хәйер, минең, улымдың һәм киленемдең сирләүе тураһында хәбәр ауылға таралып өлгөргәйне инде. Алмаш-тилмәш Өфөлә йәшәгән ике ҡыҙым шылтырата, уларға дауаланам, хәлем яйлап яҡшырыр, йөрөмәгеҙ, тинем.
Һигеҙенсе көндә, дөрөҫөрәге, төндә, хәл уғата насарайҙы, тын алыу ауырлашты. Дөрөҫөн әйтәм, үлермен ул, тип уйланым. Аҡтыҡ көстө йыйып, фельдшерға шылтыраттым. Ул хәлемде ҡарау менән “одышка башланған” тине һәм район үҙәгенән “Ашығыс ярҙам” саҡыртты, ниндәйҙер укол ҡаҙаны. Тын алыу саҡ ҡына еңелләшкән кеүек булды. “Эй, Хоҙайым, был яман сирҙе еңеп сығырлыҡ көс бир!” – тип ялбарам. Бынау йәш кенә фельдшер ҡыҙға йоғоп ҡуймаһын тип тә ҡурҡам.
Район үҙәгендә ҡаранылар ҙа, компьютер томографияһы үткәргәс, Сибай дауаханаһына ебәрҙеләр. Үпкәләрҙең елһенеүе 50 процент тинеләр. Шунда уҡ реанимацияға һалдылар. Бер нисә көндән, хәлем бер аҙ тотороҡланғас, палатаға сығарҙылар. Бер палатала бер үҙем. Табип ятмаҫҡа, йөрөргә, күнекмәләр эшләргә ҡуша. Үҙемде мәжбүр итеп торғоҙам, әйткәндәрен хәлемсә эшләйем. Интернетта үпкә өсөн йырлау файҙалы тигәнде уҡығас, йырлап маташам.
Был сир физик йәһәттән генә түгел, психологик яҡтан да ныҡ тәьҫир итә. Уның алдында көсһөҙ булыуымдан ултырып илап алам. Төшөнкөлөктән ҡотолоу өсөн интернеттан төрлө яҙмалар, социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙән хикәйәләр уҡырға тырышам. Әммә нимәлер ҡамасаулай, мейе мәғлүмәтте ҡабул итмәй, һин һәр ваҡыт ниндәйҙер ауыр йөк аҫтында йөрөгән кеүекһең. Балалар, туғандар, дуҫтар шылтырата – телефондан да элекке кеүек ихласлап һөйләшке килмәй.
Дауаханала 21 көн яттым. Мин ҡабул иткән дарыуҙарҙың, укол һәм системаларҙың иҫәбе-һанын белмәйем, ниҙәр күргәнемде, кисергәнемде һөйләп тә, яҙып та аңлатып бөтөрлөк түгел. Һуңғы аҙнала хәлем күҙгә күренеп яҡшырҙы, температурам яйланды, күңелдә “Былай булғас, йәшәйем икән әле!” тигән өмөт уянды. Рәхмәт табиптарға! Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, көнө-төнө заман зәхмәтенә ҡаршы көрәшеүҙәрен, арыуҙарын, йонсоуҙарын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Дауахананан сыҡҡанда уларға илай-илай рәхмәт әйттем.
Мин реанимацияға эләгеү менән өлкән ҡыҙым отпуск алып ҡайтҡайны. Өйөм дә, баҡсам да ҡараулы, бер ай эсендә себештәр үҫкән. Тирә-йүндең матурлығына, йәм-йәшел бәрхәттәй туғайҙарға, шау-сәскәгә күмелгән донъяға ҡарайым да: “Эй, Хоҙайым, рәхмәт! Ошо матурлыҡтарҙы ҡабат күрә алыуым өсөн! Ике аяғымда атлап йөрөүем өсөн! Заман зәхмәтен еңеп сыға алырлыҡ көс биргәнең өсөн!” – тип көн дә Аллаһ Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыйым.
(Әңгәмәселәрҙең һорауы буйынса исемдәр үҙгәртеп алынды).