Был һорауға "Роспотребнадзор" идаралығының Эпидемиология буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәгенең клиник-аналитика эштәре буйынса директор урынбаҫары, профессор Наталья Пшеничная яуап биргән.
Белгес әйтеүенсә, сирле коронавирус билдәләре барлыҡҡа килеүҙән ике көн алда һәм сирләп киткәндең тәүге көнөндә башҡалар өсөн үтә хәүефле була. Уртаса алғанда, ошондай хәүефле осор ауырыу билдәләре барлыҡҡа килерҙән биш (һирәгерәк – ете) көн алда һәм сирләүҙең тәүге биш көнөндә дауам итә. Бынан һуңыраҡ осорҙа сирле кеше вирустарҙы аҙ тарата һәм башҡаларға йоҡтороу ихтималлығы түбән була.
Наталья Пшеничная коронавирустың күпселек осраҡта һауа юлы аша йоғоуын, һөйләшкән ваҡытта, тын алған һайын, 200-ләп вирус өлөшсәләре бүленеп сығыуын белдергән.