Сәләмәт булайыҡ
31 Октябрь 2020, 13:30

Рәсәйҙә – антирекорд, беҙҙә – сираттағы ҡорбан

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 90 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Вафат булған пациентҡа килгәндә, ул – 1951 йылғы ҡатын. Асыҡланыуынса...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 90 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 10768-гә етте. Һауыҡҡандар – 9755 (һуңғы тәүлектә 110 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 53.
Вафат булған пациентҡа килгәндә, ул – 1951 йылғы ҡатын, III стадиялағы гипертония, диабетик ангиопатия менән ҡатмарлашҡан 2-се типтағы шәкәр диабеты, нейропатия сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 224 (шул иҫәптән 12 кеше ауыр хәлдә, икеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 736 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 356448 тикшереү үткәрелгән, 1 310956 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә 12028 тикшереү үткәрелгән.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 293 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 311 кеше дауахананан сығарылған.
Рәсәй мәғлүмәттәренә килгәндә, икенсе көн ковид күрһәткесе антирекорд ҡуя: тәүлегенә 18-шәр меңдән ашыу сирле асыҡланған.
Фото: rbk.ru
Читайте нас