Башҡортостан коронавирус инфекцияһын диагностикалау буйынса лабораторияларҙы йыһазландырыуға 15,7 миллион аҡса аласаҡ.
Аҡса Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ебәрелә һәм халыҡ һанына ҡарап төбәктәргә бүленәсәк. Был маҡсатҡа 1 миллиард һум тотоноу ҡаралған. Ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Финанс ярҙамы лабораторияларҙы махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн тәғәйенләнгән. Диагностиканың юғары кимәлдәге һиҙгер алымдары сирҙе тиҙерәк һәм анығыраҡ асыҡларға булышасаҡ. Тестарҙың теүәллеге һәм диагностиканың яңы алымдарына халыҡтың күберәк ҡатламын йәлеп итеү мәкерле сирҙе еңеүҙә баһалап бөткөһөҙ көс буласаҡ.