Бөтәбеҙ ҙә күреп тора: республикала, илдә һәм донъяла коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡатмарлаша. Сирләгәндәр һаны артабан да артмаһын өсөн Башҡортостанда битлек режимын үтәүҙе контролдә тотоу көсәйтелде. Мәҫәлән, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре сауҙа объекттарында даими рәүештә тикшереүҙәр үткәреп тора.
Кисә, 2 ноябрҙә, ошондай саралар Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге “Корсо” сауҙа комплексында ойошторолдо. Унда санитар-эпидемиологик талаптарҙың боҙолғаны асыҡланды. Баҙар етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығарғанға тиклем ябылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 4 майҙан битлек режимы индерелде. Магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә һатыусылар һәм һатып алыусылар 1,5 метрлыҡ социаль дистанция һаҡларға, шулай уҡ шәхси һаҡланыу сараларын – битлек, бирсәткә, санитайзерҙар ҡулланырға тейеш.
Башҡортостан Башлығының 18 мартта ҡул ҡуйған “Юғары әҙерлек тураһында”ғы Указына ярашлы, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре хакимиәт вәкилдәре һәм хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә көн һайын талаптар үтәлешен ҡарап тора. Республикала битлек режимы башланғандан алып 1 ноябргә тиклем 59267 ойошмала тикшереү ойошторолған, уларҙа 507 етешһеҙлек асыҡланған.