Сәләмәт булайыҡ
4 Ноябрь 2020, 17:45

Илдә иң яҡшыһы буласаҡ

Андрей Назаров Стәрлетамаҡта йоғошло ауырыуҙар үҙәге төҙөлөшө барышын тикшерҙе.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы йоғошло ауырыуҙар госпитален төҙөү майҙанында эш барышын тикшерҙе.
Уның белдереүенсә, объектта барыһы ла билдәләнгән график буйынса бара. Табиптар тәүге пациенттарҙы 1 декабрҙә ҡабул итәсәк. Бында 74 бокс палатаһы һәм 14 реанимация буласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәл осрағында бер юлы 382 пациентты ҡабул итеп, медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡтар.
Бынан тыш, проектҡа ярашлы, яңы үҙәктә бала табыу һәм балалар бүлексәһе буласаҡ, шулай уҡ кешеләргә килеп, зарарланғанмы-юҡмы икәнен тикшертеү өсөн ҡабул итеү бүлексәһе эшләйәсәк. Был дәлилләнмәгән диагноз менән мөрәжәғәт иткәндәргә лә диагностика үткәреү, консультация биреү, кәрәкһә, дауаханаға һалыу мөмкинлеге бирәсәк. Үҙәктә хирургия бүлексәһе булдырыу ҙа планлаштырылған. Унда коронавирус инфекциялы пациенттарға урында операция яһаясаҡтар. Медперсонал өсөн 40 урынлыҡ ятаҡ та төҙөлә, хужалыҡ блогы арттырыласаҡ.
Хөкүмәт Премьер-министры белдереүенсә, Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөгән саҡта Зубовтағы тәжрибә иҫәптә тотоласаҡ. Пациенттар һәм табиптар өсөн уңайлыраҡ булһын өсөн яңы клиникала коридорҙарҙы киңәйтеү, табиптарға кейенеү бүлмәһе эшләү, бәҙрәфтәрҙе күберәк итеү ҡарала.
"Стәрлетамаҡтағы йоғошло ауырыуҙар үҙәге илдә ҡорамалландырыу йәһәтенән дә, дауалау технологияһы буйынса ла иң яҡшыһы буласаҡ. Әле тормошҡа ашырылған проект Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тарафынан яҡлау тапты. Ул башҡа төбәктәргә лә ошо башланғысты нигеҙ итеп алырға тәҡдим итте. Һөҙөмтәлә илдең ете төбәгендә беҙҙең проект буйынса эш башланды йәки беҙҙең төҙөүселәр уларға ярҙам итә. Мәҫәлән, Силәбелә", – тине Андрей Назаров.
Әле инфекция үҙәге корпустары араһында тышҡы һәм ямғыр канализацияһы системаһы ҡорола, урау юл артында ағастар ултыртыла, корпустарға металл конструкциялары, ҡорамал өсөн майҙандар монтажлана, газ үткәреү өсөн торба һалына, ҡыҙыл линия буйлап юл бюрдюрҙары ҡуйыла.
Төҙөлөш эштәре менән бер юлы медицина персоналы туплау ҙа алып барыла. Белгестәр Стәрлетамаҡтың йоғошло ауырыуҙар дауаханаларынан һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларынан йәлеп ителәсәк. Ноябрҙә медицина ҡорамалдары килә башлаясаҡ. Госпиталде иң яҡшы заманса аппараттар менән йыһазландырыу ҡаралған, улар медицина ярҙамын юғары кимәлдә күрһәтеү мөмкинлеге бирәсәк.
"Үҙәк төҙөлөп бөткәс, проектты илдең төбәктәренә генә түгел, башҡа илдәргә лә тәҡдим итә аласаҡбыҙ. Беҙҙә халыҡ-ара кимәлдә күрһәтер һәм үҫтерер проект бар", – тине Андрей Назаров.
Фото Башҡортостан Хөкүмәтенән.
Читайте нас