3 ноябрҙә баш ҡаланың Дим районындағы “СОЮЗ” сауҙа үҙәге ябылды тип хәбәр иткәйнек. Рейд ваҡытында унда коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау өсөн билдәләнгән санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлмәүе асыҡланғайны.
Һәм бына бөгөн билдәле булыуынса, сауҙа үҙәге яңынан асылған һәм ғәҙәти режимда эшләй башлаған. Павильондарға ингән урындарҙа барлыҡ һатып алыусыларҙың тән температураһын үлсәйҙәр. Эскә кешеләрҙе тик битлектә генә индерәләр.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының контроль саралар бүлеге начальнигы Владимир Сайгак белдереүенсә, сауҙа объекты хакимиәте барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бөтөргән. Хәҙер бар павильондарҙа ла контактһыҙ термометрлы дежур хеҙмәткәрҙәр тора. Бынан тыш, дезинфекция саралары ҡулланып, бөтә биналарҙы ла санитар эшкәртеп сыҡҡандар.
Башҡортостан Башлығының 18 мартта ҡул ҡуйған “Юғары әҙерлек тураһында”ғы Указына ярашлы, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре хакимиәт вәкилдәре һәм хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә көн һайын талаптар үтәлешен тикшерә. Республикала битлек режимы башланғандан алып 5 ноябргә тиклем 59987 ойошмала тикшереү ойошторолған, уларҙа 514 етешһеҙлек асыҡланған.
Фото: Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.