Өфөлә Варя Хәйруллинаға ярҙам итеү өсөн автоуҙыш үткәрелде. Сабыйға арҡа мускулы атрофияһы диагнозы ҡуйылған, уның ғүмерен ҡотҡарыу хаҡы - 165 миллион һум. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ата-әсәһе “Золгенсма” уколы өсөн был ҙур сумманы йыйып өлгөрә алырмы?
- Беҙҙең ни бары өс ай ваҡытыбыҙ бар. Ҡыҙыбыҙға ике йәшкә тиклем ошо ҡиммәтле уколды яһамағанда, ул яйлап үлемгә дусар ителәсәк, - тип ҡайғыра уның ата-әсәһе.
Ҡурҡыныс диагнозды ай ярым элек ҡуйғандар. Саҡ-саҡ атларға өйрәнгән ҡыҙҙың тиҙҙән аяҡтары тыңлашмай башлаған. Табиптар оҙаҡ ҡына сабыйҙың сирен асыҡлай алмаған.
Хәҙер бары ошо 165 миллион һумлыҡ укол ғына уны ҡотҡарасаҡ. Сабыйҙарына ярҙам итеү өсөн ата-әсәһе автоуҙыш ойошторған, унда яҡындарынан тыш, баланың ауыр хәленә битараф ҡалмаған кешеләр ҙә ҡатнашҡан.
Әле 2 миллион 600 мең һум ғына йыйылған. Тағы 162 миллион һум кәрәк. Бәләкәй Варяның ғүмер хаҡы ҡиммәт. Шулай ҙа күмәк көс менән был сумманы ла йыйырға мөмкин.
Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.