Сәләмәт булайыҡ
5 Ноябрь 2020, 16:30

Пневмония ла, ковид та арта...

Унан тыш, коронавирустың сираттағы ҡорбаны тураһында түбәндәгеләр мәғлүм...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 96 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11 244-кә етте. Һауыҡҡандар – 10 324 (һуңғы тәүлектә 22 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 57.
Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул – 1968 йылғы ҡатын, гипертония һәм ишемия сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 260 (шул иҫәптән 16 кеше ауыр хәлдә, өсөһө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 599 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 411 464 тикшереү үткәрелгән. 1 364 280 кеше ҡаралған, һуңғы тәүлектә - 10 495.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 223 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 196 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: progorodsamara.ru

Читайте нас