Сәләмәт булайыҡ
6 Ноябрь 2020, 07:30

Вакцина барыһына ла яраймы?

Кемдәргә коронавирустан прививка яһатыу ҡәтғи тыйыла?

Врач-иммунолог Владислав Жемчугов коронавирусҡа ҡаршы прививканы бөтәһенә лә яһарға ярамағанлығын иҫкәртә. Был исемлеккә төрлө сирҙәр менән яфаланыусылар инә.

Табип тәү сиратта иммунодепрессив препараттар ҡулланғандарҙы иҫкәртә.

Миҫал итеп, онкология сирҙәренә дусарҙарҙы килтерә. Жемчугов аңлатыуынса, әгәр ҙә онкологияға дусар пациент дауаланыу үтә икән, тимәк, ул иммунодепрессия кисерә (иммунитет теге йәки был сәбәптәр арҡаһында баҫымға дусар) һәм бер яҡтан, уға вакцина бик кәрәкле булһа, икенсе яҡтан, ул ҡәтғи тыйыла, сөнки сирҙе көсәйтеп ебәреүе, яман шештең аҙыуы ихтимал.

Кешелә аутоиммун һәм елһенеү, сөсө ауырыуы (волчанка), ҡандың системалы сирҙәре бар икән, уларға ла коронавирус прививкаһы эшләтергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта вакцинация тураһындағы ҡарарҙы фәҡәт дауалаусы табип менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡабул итергә мөмкин.

Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрының кәңәшсеһе, табип Сергей Глаголев коронавирустан прививка яһатыу сит илдәргә сәйәхәткә сыҡҡанда паспортҡа һәм визаға өҫтәмә булыуы ихтимал, тип күҙаллағайны.

Ил халҡын коронавирус инфекцияһынан вакцинациялауҙы иһә етештереү күләмен арттырғас һәм регистрациянан һуң үткән һынауҙарҙың һөҙөмтәләре билдәле булғас ҡына башлаясаҡтар.

Фото: rbk.ru
Читайте нас