Сәләмәт булайыҡ
6 Ноябрь 2020, 13:00

Йөҙ сигенә еттек

Бөгөн коронавирустан тағы бер кеше вафат. Пневмония ла рекорд ҡуйыуын дауам итә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 99 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11 343-кә етте. Һауыҡҡандар – 10 525 (һуңғы тәүлектә 201 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 58.
Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, уға 71 йәш булған, Өфөнән. Хроник обструктив бронхит, пневмосклероз, йәрәктең хроник ишемия
сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 266 (шул иҫәптән 13 кеше ауыр хәлдә, өсөһө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 494 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 423 232 тикшереү үткәрелгән, 1 375 654 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә 11 758 тикшереү үткәрелгән.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 297 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 282 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Читайте нас