Сәләмәт булайыҡ
8 Ноябрь 2020, 17:30

Ун дүрт кеше ауыр хәлдә

Бөгөн коронавирустан вафат булған кеше Ханты-Мансийск ҡалаһынан булғанлығы мәғлүм. Һандарға килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 101 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11547-гә етте. Һауыҡҡандар – 10 754 (һуңғы тәүлектә 78 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 60.
Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул 1964 йылғы, Ханты-Мансийск ҡалаһынан. Гипертония, аорта атеросклерозы сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 261 (шул иҫәптән 14 кеше ауыр хәлдә, дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 472 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 447 663 тикшереү үткәрелгән, 1 399 357 кеше тикшерелгән. Һуңғы тәүлектә 11 818 тикшереү үткәрелгән.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 273 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 245 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Читайте нас