Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле хәлдең ҡатмарлашыуын иҫәпкә алып, сауҙа үҙәктәренә рейдтар үткәреү дауам итә. Уларҙа битлек режимы һәм башҡа санитар-эпидемиологик талаптар үтәлешен тикшерәләр. Бөгөн, 9 ноябрҙә, республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкилдәре төрлө ойошмаларға 70 рейд үткәргән.
Дөйөм алғанда, сауҙа предприятиеларында санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә. Һатыусылар һәм һатып алыусылар шәхси яҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, ингән урындарҙа тән температураһын үлсәү ойошторолған, тейешле журналдар алып барыла, даими дезинфекция үткәрелә. Мәҫәлән, "Үҙәк", "Экватор", "Планета", "Мега", "Меркурий" сауҙа үҙәктәре, "Йылға аръяғы", "Көньяҡ" баҙарҙары, "Декатлон" һәм башҡа гипермаркеттар эшмәкәрлегенә дәғүә юҡ. Шулай ҙа, берәмләп булһа ла, етешһеҙлектәр ҙә асыҡлана. Закон боҙоу осрағы “Свердловск” сауҙа комплексында табылған. Контроль саралары барышында асыҡланыуынса, сауҙа павильонында бер шәхси эшҡыуарҙың һатыусылары кешеләрҙе битлекһеҙ хеҙмәтләндергән. Был факт буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала битлек-бирсәткәләр кейеү 4 майҙан мотлаҡ талапҡа әйләнде. Магазиндарҙа, сауҙа үҙәктәрендә һатыусылар һәм һатып алыусылар 1,5 метрлыҡ социаль дистанция һаҡларға, шәхси яҡланыу саралары – битлек, бирсәткә, санитайзерҙар менән ҡулланырға тейеш.
Әлеге тикшереүҙәр Башҡортостан Башлығының 18 мартта ҡул ҡуйған “Юғары әҙерлек тураһында”ғы Указына ярашлы башҡарыла. Министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре хакимиәт вәкилдәре һәм хоҡуҡ һаҡсылары менән берлектә көн һайын талаптар үтәлешен тикшерә. Республикала битлек режимы башланғандан алып 9 ноябргә тиклем 61327 ойошмала тикшереү ойошторолған, уларҙа 522 етешһеҙлек асыҡланған.
Бөгөнгә ҡарата суд органдары ойошма һәм шәхси эшҡыуарҙарға ҡарата 160 ҡарар сығарған. Уларҙың 112-һе - иҫкәртеү, 48-е буйынса дөйөм суммаһы 1 023 000 һумлыҡ штраф һалынған.
Дөйөм алғанда, эске эштәр, башҡарма власть органдары, муниципалитеттар тарафынан һуңғы бер нисә көн эсендә кеше күп йөрөгән 5500-ҙән ашыу объект тикшерелгән, граждандарҙың битлек режимын үтәмәүе буйынса 2000-дән ашыу протокол төҙөлгән, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәмәгән ойошмаларға, эшҡыуарҙарға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эштәр ҡуҙғатылған.
Тикшереүҙәр дауам итәсәк.
Фото: Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.