Коронавирус инфекцияһы ныҡлап таралмаһын өсөн республикала төрлө саралар күрелә. Студенттарҙы, мәктәп уҡыусыларын өлөшләтә дистанцияла уҡыуға ебәреү, өлкәндәргә, хроник сирлеләргә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы индереү, мотлаҡ битлектә, бирсәткәләрҙә йөрөү... Хәҙер хеҙмәткәрҙәрҙе лә мөмкин булғанса өйҙән эшләүгә күсереү тәҡдим ителде.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, чиновниктар эпидемиологик талаптарҙы бик етди үтәй. Республика йортонда битлекһеҙ йөрөгән кеше юҡ, ти ул. Һәм был режим ведомствоға ҡараған бөтә учреждениеларға ла ҡағыла.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 9 ноябргә ҡарата ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең 70 проценты эш урындарында. Ҡалған 30 процент өйҙән эшләй.
Башҡа ойошма һәм предприятиеларға ла ошолай эшләргә тәҡдим ителә. Тәү сиратта өлкән йәштәгеләрҙе, ауырлы ҡатындарҙы, хроник сирлеләрҙе өйҙән эшләүгә күсереү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, тиелә.