Сәләмәт булайыҡ
9 Ноябрь 2020, 18:00

Халыҡҡа - ашығыс һәм сифатлы ярҙам

"Һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ярҙам өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт!”

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы өсөн алты "Ашығыс ярҙам" машинаһы тапшырҙы.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы һуңғы йылдарҙа ошондай биш техник сара менән тулыланһа, әле тағы икәү өҫтәлде. Баш табип Әлиә Зөлҡәрнәева әйтеүенсә, яңы машиналарҙағы заманса медицина ҡоролмалары ауырыуҙарға сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген арттырасаҡ. Мәҫәлән, ундағы кислород биш-алты сәғәткә етә. Тимәк, ауыр хәлдәгеләрҙе Өфөгә алып барып еткереп өлгөрәсәктәр. Дефибриляторҙа иһә тауышлы ярҙам итеү мөмкинлеге бар, йәғни нимә эшләргә кәрәклеген аппарат үҙе яңғыратып тора. Был - яңы эш башлаған фельдшерҙарға һәм үтә ауыр осраҡтарҙа ҙур ярҙам.
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә көслө коллектив тупланған. Улар билдәләүенсә, әле алынған "Соболь" маркалы "Ашығыс ярҙам"дар ҡеүәтлелеге, юлдың теләһә ниндәй урынына үтеү мөмкинлегенә эйәлеге менән айырыла. Тимәк, водителдәргә лә, фельдшерҙарға ла, халыҡҡа ла яҡшы. Ашығыс һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге арта. Бөгөн яңы машинала тәүге тапҡыр ауырыуҙар янына фельдшер Илнур Заһретдинов һәм водитель Руслан Моталлапов сыҡты. Илнур Таһир улы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә ете йыл эшләй. “Яңы машинаға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ул бик уңайлы, йылы, ИВЛ, ВВЛ, пульсты үлсәп, нормала тотоу, шәкәрҙе билдәләү һ.б. медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Элекке машиналарҙа бындай мөмкинлек тик өлкәндәр өсөн булһа, яңыларҙа балаларға ла ҡаралған. Ярҙам өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт!” - ти ул.
Баймаҡ урамдары һәм район ауылдары буйлап елдерәсәк өр-яңы "Ашығыс ярҙам" машиналары хәҙер сирлеләр янына тиҙерәк барып етәсәк, сифатлы ярҙам күрһәтәсәк.
Фото: "Һаҡмар" гәзите сайты.
Читайте нас