Сәләмәт булайыҡ
9 Ноябрь 2020, 17:45

Ярҙам кәрәк булһа...

"Берҙәм Рәсәй" партияһы ирекмәндәре йәнә эш башланы.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 65 йәштән өлкәндәрҙе һәм хроник сирлеләрҙе мотлаҡ ҡурсаланыу режимына ебәреү тураһында һүҙ булғайны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының ирекмәндәр үҙәгенә үҙ эшмәкәрлектәрен әүҙемләштерергә, изоляция режимындағыларға ярҙам итергә ҡушҡайны. Бындай штабтар республиканың һәр ҙур ҡалаһында эшләргә тейеш, тигәйне.
Һәм бына асыҡланыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл-үҙәк 65 йәштән өлкәндәрҙән һәм хроник сирлеләрҙән заявкалар ҡабул итергә тотонған. 10 ноябрҙән алып ирекмәндәр мөрәжәғәт иткәндәр иҫәбенә аҙыҡ-түлек һатып алып, өйҙәренә килтереп бирә башлаясаҡ.
"Сирләп киткәндәр һаны артыу сәбәпле, өлкән кешеләрҙе һәм хроник сирлеләрҙе үҙҡурсаланыу режимына ебәрергә мәжбүрбеҙ. Республикала бындай кешеләр иҫәбе миллиондан ашыу. Яртыһы тиерлек Өфөлә йәшәй. Беҙҙең бурыс – уларға ярҙам ҡулы һуҙыу", – тине партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Тәүҙә автомобиле булған 70 самаһы ирекмәнде йәлеп итәсәктәр. Улар - төрлө кимәл депутаттары, уларҙың ярҙамсылары, “Беҙҙең хәстәр” үҙәге ирекмәндәре. Барыһы өсөн дөйөм чат булдырылған. Колл-үҙәктең 8-800-201-89-03 телефонына килгән заявкалар уларға тапшырыласаҡ. Автоирекмәндәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә исемлектәге аҙыҡ-түлекте алып барып бирәсәк. Ағымдағы аҙна аҙағында хеҙмәттәр реестры киңәйтеләсәк: мохтаждарға табип рецепты нигеҙендә дарыуҙар ҙа алып барыласаҡ.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" партияһы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас