Сәләмәт булайыҡ
10 Ноябрь 2020, 16:30

26 кеше үтә ауыр хәлдә

Ә пневмония менән сирләгәндәр һаны бер тәүлектә өс йөҙ самаһына еткән. Вафат булған иргә килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 105 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11758-гә етте. Һауыҡҡандар – 10 932 (һуңғы тәүлектә 92 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 62.
Бөгөн вафат булған пациентҡа килгәндә, ул 1947 йылғы, Өфө ҡалаһынан. 2-се типтағы шәкәр диабеты, склероз, ашҡаҙан аҫты биҙенең липоматозы, хроник пиелонефрит сирҙәренән яфаланғаны мәғлүм.
Башҡортостан стационарҙарында – 289 (шул иҫәптән 26 кеше ауыр хәлдә, бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 475 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 470 177 тикшереү үткәрелгән, 1 421 377 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11834 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 299 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 305 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Читайте нас