Бөгөндән Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл-үҙәк 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләрҙән заявкалар ҡабул итә башланы. Һөҙөмтәлә ”Беҙҙең хәстәр” үҙәге ирекмәндәре мөрәжәғәт иткәндәргә (уларҙың үҙ иҫәбенә) аҙыҡ-түлек килтереп бирә.
"Республика халҡының дүрттән бер өлөшө бөгөндән ҡурсаланырға мәжбүр: был 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр. Ундайҙар - миллион самаһы кеше. Яртыһы тиерлек Өфөлә йәшәй, – тине “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров. – Беҙ махсус ярҙам линияһы булдырҙыҡ, автоирекмәндәр аҙыҡ-түлек алып барып бирә. Был кешеләр ҡурсаланыу режимын үтәһен һәм үҙ һаулығын һаҡлаһын өсөн эшләнә".
Эшкә автомобиле булған етмеш самаһы ирекмән ҡушылған. Улар - төрлө кимәл депутаттары, уларҙың ярҙамсылары, ирекмәндәр. Заявкалар колл-үҙәктең 8-800-201-89-03 телефонына килә. Автоирекмәндәр ошо исемлек буйынса тиҙ арала тауар һатып алып, адресатҡа алып барып бирә.
Проектҡа тәүгеләрҙән булып “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың төбәк Советы рәйесе Константин Канунников ҡушылды. Автоирекмән исемлеккә ярашлы емеш-еләк, йәшелсә, ит һатып алған һәм 83 йәшлек Өфө кешеһе Людмила Сәйфетдиноваға алып барған.
"Мөрәжәғәт иткәндәрҙең теләге буйынса беҙ төрлө магазинға инеп, кәрәкле аҙыҡ-түлекте һатып алабыҙ. Чектағы хаҡты ғариза ҡалдырған кеше үҙе түләй. Иң мөһиме - был кешеләр алдаҡсылар ҡулына эләкмәһен, мут әҙәмдәр өлкәндәрҙең тиҙ ышаныусанлығынан оҫта файҙалана", – тине Константин Канунников.
Бынан тыш, хроник сирҙәре булған кешеләр табип биргән рецептҡа ярашлы дарыу алдырта ала. Әле пилот проекты нигеҙендә был эш баш ҡаланың Совет районындағы 50-се поликлиникала тормошҡа ашырыла. Артабан ошо тәжрибәне бар республика буйлап таратмаҡсылар.
"Әле поликлиникалар буйлап йөрөү бик ҡурҡыныс. Беҙҙең терапевт 14.00 сәғәттән алып эшләй, ә 65 йәштән өлкәндәргә тик 11.00-13.00 сәғәттәр арауығында ғына тышҡа сығырға ярай. Ирекмәндәргә рәхмәт: бөгөн иртән заявка ҡалдырғайным, төштән һуң дарыуҙарҙы алдым да", – тип ҡыуанысын еткерҙе 69 йәшлек Рәйсә Ғилманова.
Был эш ҡурсаланыу режимы тамамланғансы алып барыласаҡ.