“Башҡорт баҡыры” предприятиеһында хеҙмәткәрҙәрҙе грипҡа ҡаршы вакцинациялау бара. Бөгөнгә ҡарата бында эшләгәндәрҙең 81 процентына прививка яһалған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл коронавирус пандемияһы шарттарында төбәктең барлыҡ предприятиелары алдына мөмкин булғанса күберәк хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау бурысы ҡуйылғайны.
“Башҡорт баҡыры” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙа был эш сентябрҙә үк башланған. Предприятиеға дөйөм хаҡы 149 мең һумлыҡ 700 доза “Гриппол плюс” һәм “Совигрипп” алынған.
Бында 845 кеше эшләй. Хеҙмәткәрҙәргә вакцинацияның кәрәклеге тураһында аңлатыу алып барылған. График 15-әр көнлөк вахта режимын иҫәпкә алып төҙөлгән. 31 октябргә ҡарата гриптан 685 кешегә прививка эшләнгән, был - дөйөм һандың 81 проценты. Ҡалғандарға йә уны яһатырға ярамай, шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр сираттағы ялында. Сағыштырыу өсөн, былтыр предприятиела эшләгән кешеләрҙең 40-50 проценты ғына прививка эшләткән булған.
Әле был предприятиела сирләгән кеше юҡ. Вахта башланыр алдынан компания иҫәбенә һәр хеҙмәткәргә COVID-19-ға тест үткәрәләр (майҙан октябргә тиклем 5,5 миллион һумлыҡ 2265 тест эшләнгән).
"Кешеләр араһында үҙ һаулығына аңлы ҡараш артыуы күҙәтелә. Беҙ грипҡа ҡаршы вакцинациянан ыңғай һөҙөмтә көтәбеҙ, ул беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең, уларҙың ғаилә ағзаларының һаулығына һәм компания иҡтисадына ыңғай тәьҫир итәсәк", – тине "Башҡорт баҡыры"ның идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Дамир Иҫәнбаев.
Фото: "Башҡорт баҡыры" компанияһы.