Сәләмәт булайыҡ
10 Ноябрь 2020, 09:41

Хәүефле кешеләр – арабыҙҙа...

Йәй көнө үк бер танышым һөйләгәйне: Себер тарафында йәшәгән ҡатын ғаиләһе менән Башҡортостанға, ауылдағы оло йәштәге ата-әсәһе янына ҡайтырға йыйынғас, коронавирусҡа анализ тапшырырға булған. Донъя хәлен кем белә: йә организмда вирус йөрөтәбеҙҙер, бәлки, сирләгәнбеҙҙер ҙә, тигән уйҙан сығып башҡарылған эш был.

Йәй көнө үк бер танышым һөйләгәйне: Себер тарафында йәшәгән ҡатын ғаиләһе менән Башҡортостанға, ауылдағы оло йәштәге ата-әсәһе янына ҡайтырға йыйынғас, коронавирусҡа анализ тапшырырға булған. Донъя хәлен кем белә: йә организмда вирус йөрөтәбеҙҙер, бәлки, сирләгәнбеҙҙер ҙә, тигән уйҙан сығып башҡарылған эш был.
Анализ ҡатындың организмында антиматдәләр барлығын күрһәткән, иренең иһә сирләмәгәнлеге асыҡланған. “Миндә тымау ҙа булманы, бер ниндәй ҙә сир билдәләрен тойманым, әммә организмда антиматдәләр булғас, тимәк, күптән түгел коронавирус үткәргәнмен, тигәнде аңлата. Ә ни өсөн минән иремә йоҡмаған? Әллә ул инкубация осорон кисереп йөрөймө? Ҡыҫҡаһы, был сирҙең үҙенсәлектәре һис аңлашылмай”, – тип аптырауын белдергәйне шул ҡатын. Улар сәйәхәттәрен кисектереп торорға мәжбүр булған.
Ғәмәлдә был тема һис яңылыҡ түгел: ғалимдар COVID-19 вирусын йоҡтороп та, сир билдәләре беленмәгән кешеләр һанының көндән-көн артҡанын белдерә, әммә эш яҡшы иммунитетта ғына түгел: баҡһаң, ҡайһы бер кешенең организмы коронавирусҡа ҡарата толерантлыҡ күрһәтергә һәләтле. Ябайыраҡ итеп аңлатҡанда, бәғзе бер кешенең иммун системаһы сит антигенды үҙ итеп ҡабул ҡыла һәм уны инҡар итергә тырышмай ҙа. Һөҙөмтәлә, организм сиргә ҡаршы көрәшмәй, елһенеү һәм һаҡланыу процестары башланмай, шуға ла кешелә бер ниндәй ҙә сир билдәләре тойолмай, ти ғалимдар.


“Организм патоген менән осрашыу эҙемтәләрен тиҙ генә тигеҙләргә маташа һәм бының өсөн ике стратегия ҡулланыла. Беренсеһе – патологик процестар башланғансы тиҙ һәм һөҙөмтәле рәүештә патогендың үҙенән ҡотолоу. Икенсеһе – инфекция тыуҙырған үҙгәрештәрҙе, тайпылыштарҙы кәметеү. Тап ошо һуңғы осраҡ сиргә ҡарата толерантлыҡ тыуыу хаҡында аңлата ла”, – ти Санкт-Петербург политехник университетының Биомедицина системалары һәм биотехнологиялар институты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Андрей Васин.
Пекиндағы дөйөм профилле дауаха­на­ның Үпкә медицинаһы һәм реанимация колледжы белгестәре корона­вирусҡа толерантлығы булған өс паци­ент­тың хәлен һүрәтләгән. Был сирле­ләрҙе бер ниндәй ҙә ауырыу билдәләре борсомаған, әммә коронавирус уларҙың организмында оҙаҡ ваҡыт һаҡланған.
Бығаса ошондай феномен тубер­ку­лезға, вабаға һәм башҡа инфекцияларға бәйле һүрәтләнгән булған. Унда ла күпселек сирлеләр ауырыуҙы билдәһеҙ үткәрә.
Хәҙер килеп ғалимдар билдәһеҙ COVID-19 вирусын йөрөтөүселәрҙең серен асҡан тиерлек. Уларҙың ҡанында организмды вирус өлөшсәләренән тиҙ генә таҙартҡан лимфоциттарҙың күп икәнлеге билдәле. Ошо хаҡта Ҡытайҙың Ухань университетының бер төркөм белгестәре ”mSphere” журналында ғилми эш баҫтырған.
Коронавирус инфекцияһын йоҡтор­ған кешеләрҙең 45 процентында сирҙең бер генә билдәһе лә күҙәтелмәй. Был пандемия башланғандан бирле тикше­реүселәр өсөн сер булып тора. Шул уҡ ваҡытта сир билдәләренең булмауы был кешеләрҙең башҡалар өсөн хәүефһеҙ тигәнен аңлатмай: улар, сир билдәһе булғандар кеүек үк, вирусты әүҙем рәүештә тарата, шуға күрә ҙур хәүеф тыуҙыра һәм, анығыраҡ әйткәндә, тап ошондай кешеләр пандемияны алға этәреүсе булып тора.
Ни өсөн COVID-19 йоҡторған ҡайһы бер кешеләр ауыр эҙемтәләрҙән һәләк була, ә бәғзеләр был вирусты хатта тоймай ҙа? Ғалимдар ошо феномендың серен асыҡларға тырышҡан. Бының өсөн Ҡытай ғалимдары сир билдәһе булмаған 25 кешенең һәм корона­вирустың ауыр формаһын үткәргән, дауаханаға эләккән 27 пациенттың тамаҡтан алынған биоматериалын һәм ҡан өлгөләрен тикшергән.
Ике төркөм пациенттарының да вирус көсөргәнеше яҡынса бер сама булып сыҡҡан (организмдағы шыйыҡсаларҙа вирус өлөшсәләренең концентрацияһы), ә сир билдәһе булмаған кешеләрҙең организмында лимфоциттарҙың бөтә төрө лә юғары кимәлдә булыуы асыҡланған. Билдәле булыуынса, улар иммун системаһының төп күҙәнәктәре булып тора һәм төрлө инфекцияларҙан һаҡлай.
Ғалимдар иҫәпләүенсә, корона­ви­рустың билдәһе булмаған кешеләрҙең организмында лимфоциттарҙың юғары концентрацияһы – уларҙың өҫтөнлөклө хәле. Т-күҙәнәктәр вирусты контролдә тота, организмды вирус өлөшсәләренән тиҙ таҙартыуға булышлыҡ итә, сир билдәләренә үҫешергә форсат бирмәй.
Шул уҡ ваҡытта иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бындай кешеләр башҡалар өсөн хәүефле, сөнки үҙҙәре лә белмәйенсә вирусты йөрөтә, сирҙе тарата.
Читайте нас