Пандемия шарттарында "Ашығыс ярҙам"ға мөрәжәғәттәр йышайҙы. Ошондай ваҡытта, һис шикһеҙ, тәү сиратта техниканың төҙөклөгө мөһим.
Был йәһәттән хәҙер Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының "Ашығыс ярҙам" бригадаһына хәүефләнергә кәрәкмәй: ошо көндәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров уларға өр-яңы машина асҡысы тапшырҙы. Баш табип Радик Нәҙерғолов әйтеүенсә, был яңы техниканың өҫтөнлөктәре күп. "Беҙгә йыш ҡына ҡала янындағы биҫтәләргә, ҡасабаларға йөрөргә тура килә. Яңы төҙөлгәндәрендә күбеһенсә юлдар насар, техниканың боҙолоп, тәгәрмәсе тишелеп ултырған ваҡыттары ла була. Һөҙөмтәлә аҡ халатлыларға артабан йәйәү атларға ла тура килә ине. Хәҙер яңы техникала һәр ергә бара аласаҡбыҙ, сирлеләргә ярҙам ваҡытында күрһәтеләсәк", - ти ул.
Яңы машинаға тәжрибәле водитель Марат Ишморатов идара итәсәк. Фельдшер Раушания Мостафинаның бында эшләүенә өс ай ғына булһа ла, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дүрт йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ошоға тиклем Магнитогорск ҡалаһында эшләгән, әле кейәүгә сығып, ғаилә Сибай ҡалаһында төпләнгән.
"Ашығыс ярҙам"дың халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен теләйбеҙ, шулай ҙа беребеҙгә лә уны саҡырырға тура килмәһен - сәләмәт булайыҡ!