АҠШ-тың Массачусет штатындағы дөйөм профилле дауахана табиптары COVID-19 йоҡторған пациенттарҙа бик тә үҙенсәлекле сир билдәһен асыҡлаған.
Улар әйтеүенсә, бәғзеләрҙең тиреһендә даими үҙгәрештәр теркәлгән, ул билдәләр хатта кешеләр һауыҡҡас та бөтмәгән, бер нисә ай дауамында күҙәтелгән. Һөҙөмтәлә, коронавирусты өйрәнеүселәр COVID-19-ҙың меңдән ашыу тиреләге сағылышын өйрәнгән. 90 осраҡта кесерткән биҙгәге, әҫбе, сабыртма формаһындағы билдәләр уртаса дүрт-ете көн дауам иткән, һирәк осраҡта 28 көнгә еткән. Ҡаулы папулалы папулосквамоз сабыртмалар иһә ҡайһы берәүҙәрҙә 20 көндән алып 70 көнгәсә барлыҡҡа килгән.
Туңыу эҙемтәләрен хәтерләткән ҡул һәм аяҡ бармаҡтары шешенеүе иһә яҡынса ун көн самаһы дауам иткән, шул уҡ ваҡытта алты осраҡта ул ике ай буйына бөтмәгән, ә ике осраҡта 130 көнгәсә һуҙылған. Ғалимдар фекеренсә, ошолар коронавирус инфекцияһы тире сирҙәренең бығаса өйрәнелмәгән билдәләрен күрһәтә, бигерәк тә был аяҡ бармаҡтарына ҡағыла.
Шулай итеп, коронавирус организмда оҙайлы елһенеү процестары тыуҙырыуы, төрлө ағзаларға тәьҫир итеүе ихтимал. Был осраҡта тире патологик процестарҙың индикаторы булып тора, кеше йүнәлгәс тә, дүрт-биш ай дауамында организмдың торошон күрһәтә.