Сәләмәт булайыҡ
10 Ноябрь 2020, 10:00

Әйбер өҫтөндә һаҡланамы?

“Роспотребнадзор” идаралығы коронавирус инфекцияһының үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе дауам итә.

“Роспотребнадзор” идаралығы коронавирус инфекцияһының үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе дауам итә.


Белгестәр төрлө әйберҙәрҙең, аҙыҡ-түлектең өҫтөн вирус барлығына тик­шергән, 220 мең тауар йөҙөнән алынған йыуынтыла коронавирусты эҙләгән. Һөҙөмтәлә аҙыҡ-түлек өҫтәрендә ул табылмаған, уның ҡарауы, медицина ойошмаларында, магазиндарҙа, транспортта алынған өлгөләрҙә COVID-19 вирусы барлығы асыҡланған. Аныҡла­быраҡ әйткәндә, тирә-яҡ мөхиттә коронавирус өлөшсәләре бар һәм гигиена ҡағиҙәләрен үтәү генә унан ҡотҡара ала.


Үрҙә телгә алынған тикшеренеү­ҙәрҙең 322-һендә генә (өлгөләрҙең 0,15 проценты) анализ һөҙөмтәләре ыңғай булған. “Роспотребнадзор” идаралы­ғында был йүнәлештәге тикшеренеү­ҙәрҙе дауам итәләр.


Фото: sharij.net




Читайте нас