Бөгөндән Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға индерелгән талаптар көсөнә инде. Документҡа ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу режимы индерелде, ә бәлиғ булмағандарға ата-әсәһеҙ сауҙа үҙәктәренә барырға ярамай. Был талаптарҙың үтәлешен Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы һәм “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрселәре тикшерҙе.
Тәүҙә хәбәрселәр баш ҡаланың 1-се лицейында булған. Билдәле булыуынса, кисә 1-5-се һәм 11-се класс уҡыусылары мәктәпкә уҡырға йөрөй башланы. 6-10-сы кластар әлегә дистанцияла белем ала. Балалар һаны кәмерәк булһа ла, мәғариф учреждениеһында бөтә санитар талаптар теүәл үтәлә. Педагогтарҙың һәм уҡыусыларҙың хәлен ковидҡа ҡаршы инспектор күҙәтә. 1-се лицейҙа был бурысты Лариса Каткова атҡара.
"Бинаны эшкәртеү графигы, мәктәптә температура режимын һаҡлау, ағымдағы дезинфекцияны үтәү - быларҙың барыһы ла бар", – ти ул.
Лицейҙың ашханаһында ла эш ҡағиҙәләргә ярашлы ойошторолған. Унда биш рециркулятор ҡуйылған, кластар бергә тупланмаһын өсөн, туҡланыу графигы билдәләнгән.
Артабан рейд Стәрлетамаҡта дауам итте. Ҡаланың сауҙа үҙәктәрендәге фудкордтарҙа әле һаман бәлиғ булмағандар күренә. Улар артынан административ комиссия күҙәтә. Балаларҙың исем-фамилияһын яҙып алалар һәм иртәгәһенә ата-әсә менән әңгәмә буласаҡ. Артабан мәктәптә йәки бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәлә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөләсәк.
Хоҡуҡ һаҡсылары менән рейдтарға дружинниктар ҙа сыға. Улар 65-тән өлкәндәрҙең режимды үтәүен тикшерә. Бындай ололарҙың да тыйылған ваҡытта тышта һәм магазиндарҙа йөрөүе асыҡланған.
Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы белгестәре лә Стәрлетамаҡта рейд үткәргән. Мәҫәлән, улар ҡаланың ЗАГС бүлексәһендә булған. Бында социаль дистанция үтәлмәй, хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһы журналы ике аҙна тултырылмаған. Шулай уҡ инеү һәм сығыу урындары айырылмаған.
"Бик тупаҫ етешһеҙлектәр асыҡланды. Улар коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы тыуҙыра. Килгән кешеләрҙең тән температураһы үлсәнмәй, ҡулдар эшкәртелмәй, социаль дистанция үтәлмәй", – тине Контроль идаралығы советнигы Антон Первушин.
Стәрлетамаҡта ыңғай миҫалдар ҙа бар. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, муниципаль һәм дәүләт учреждениеларының 70 процентында бар талаптар теүәл үтәлә.
Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.