Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 113 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11871-гә етте. Һауыҡҡандар – 10 984 (һуңғы тәүлектә 52 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 63, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат.
Башҡортостан стационарҙарында – 300 (шул иҫәптән 27 кеше ауыр хәлдә, бишәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 524 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 482 051 тикшереү үткәрелгән, 1 432 941 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11874 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, аҙаҡҡы тәүлектә 337 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 360 кеше дауахананан сығарылған.