Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2020, 12:15

Көсөргәнеште кәметер өсөн

Республикала йыл аҙағына тиклем коронавирусҡа анализ яһаған тағы ла дүрт лаборатория асыласаҡ. Бөгөн был тармаҡта хәл киҫкен.

Республикала йыл аҙағына тиклем коронавирусҡа анализ яһаған тағы ла дүрт лаборатория асыласаҡ. Бөгөн был тармаҡта хәл киҫкен – лабораториялар тулы көсөргәнешкә эшләй, белгестәр бер нисә сменала хеҙмәт итергә мәжбүр, тәүлегенә дәүләт медицина учрждениеларында ғына 7,5 меңдән ашыу тикшереү үткәрелә.
Баш ҡаланың 13-сө дауаханаһындағы лабораторияла ПЦР-анализдар (полимераз сылбырлы реакция) яһау өсөн бригадалар дүрт сменала эшләй, һәр ҡайһыһында – икешәр кеше. Тәүлегенә тикшереүҙәрҙең дөйөм һаны 800-гә етә. Эш сәғәте төн уртаһына тиклем һуҙыла.
Мәҫәлән, Азалия Байбулатова тестар менән пандемия башланғандан алып эшләй. Ул үҙе лә коронавирус менән сирләгән, әммә ҡурҡыу тойғоһо юҡ, эшенең хәүефле икәнлегенә күнеккәнен белдерә. Әлеге ваҡытта көсөргәнеш артыуын, уларға ярҙамға студенттарҙың килеүен, йәштәрҙең, башлыса, мәғлүмәтте “Промед” электрон системаһына индереү менн шөғөлләнеүен билдәләй. Ошо көндәрҙә иһә пациенттарға анализ һөҙөмтәһен еткереү маҡсатында телефондан шылтырата башлағандар, сөнки бәғзе осраҡта кешеләр системала тест һөҙөмтәһен таба алмай борсола.
Үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторияһы мөдире Светлана Кузякова башҡа төрлө анализдар кәменеме тигәнгә, эш ҡәҙимгесә дауам итеүен билдәләй. Мәҫәлән, биохимия йә дөйөм ҡан анализы эшләү өсөн лабораторияға ҡаланың барлыҡ клникаларынан материалдар даими килеп тора.
Әйтергә кәрәк, 13-сө дауахана базаһындағы Үҙәкләштерелгән клиник-диагностика лабораторияһы икенсе кимәлдәге ошондай учреждение булып тора, ҡаланың 16 поликлиникаһын хеҙмәтләндерә, бында көнөнә 65 меңгә тиклем төрлө йүнәлешле тикшереүҙәр яһайҙар.
Ошо көндәрҙә клиник-диагностика лабораторияһына бағыусылар COVID-19 вирусын асыҡлау өсөн яңы амплификатор тапшырған. Был тикшереүҙәр һанын ике тапҡырға арттырасаҡ. Әммә әлеге шарттарҙа был да етмәй.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда коронавирусҡа диагностиканы 22 учреждение яһай, уларҙың 16-һы дәүләт ҡарамағында. Йыл аҙағына тиклем асыласаҡ тағы дүрт лаборатория был тармаҡтағы көсөргәнеште кәметер, тигән өмөт өҫтәй.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас