Кешеләр хәҙер аңлыраҡ була башланы. Быны гриптан вакцина яһатҡан халыҡтың бермә-бер артыуы дәлилләй.
Әйткәндәй, быны эш процесынан айырылмай ғына эшләү ҙә мөмкин. Республиканың ҙур предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең һаулығын ҡайғырта һәм үҙҙәре вакцина һатып ала. Уларҙы эшләтеү ҙә предприятиела ойошторола, ҡайҙалыр барып, сират көтөп ултырырға кәрәк түгел.
Бөгөнгә республиканың ҙур предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең 30 проценттан ашыуы гриптан прививка яһатҡан да. Был ғәмәл ай аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Благовещен арматура заводы ла был эштән ситтә ҡалмай. Заводтың хеҙмәтте һаҡлау бүлеге белгесе Илнур Низамов тәүгеләрҙән булып прививка яһатҡан.
– Бала саҡта бөтәһе лә уколдан ҡурҡа, мәктәптә уҡыған саҡта ла шөрләтә ине. Ә хәҙер мин йыл һайын прививка яһатам. Башҡаларҙы зарарламаҫ өсөн был ғәмәл мотлаҡ кәрәк тип иҫәпләйем. Үҙемдең һаулығым өсөн дә мөһим, – ти ул.
Благовещен арматура заводында 1500 кеше эшләй. Бөгөнгә уларҙың 20 проценты прививка яһатҡан.
– Беҙҙә теләүселәр исемлеге бар ине, уға ярашлы вакцина һатып алдыҡ. Әлбиттә, артығыраҡ алынды. Шуға күрә исемлектә булмағандар прививка яһатырға теләһә, улар өсөн дә вакцина табабыҙ, – ти заводтың етештереү хәүефһеҙлеге идаралығы начальнигы Владимир Евсиков.
“Башнефтегеофизика” предприятиеһында ла вакцинациялау әүҙем бара. Етәкселек билдәләүенсә, быйыл гриптан прививка эшләтергә теләгән кешеләр һаны артан. Былтыр уны хеҙмәткәрҙәрҙең 15 проценты эшләтһә, әле – 40 процент.
– Беҙ йәй көнө үк зарарлы сирҙәр йәһәтенән көҙгө-ҡышҡы осорҙоң еңел булмаҫын аңлай инек. Кәмендә грипп һәм һыуыҡ тейеүгә бәйле. Ә уның өҫтөнә ковид та килеп ҡушылһа, сир күпкә ауырыраҡ үтәсәк. Бер сирҙең генә булһа ла йоғонтоһон кәметер өсөн гриптан вакцинациялауҙы башланыҡ, – ти “Башнефтегеофизика” ойошмаһының баш инженеры Ришат Шәрәфетдинов.
“Башҡортостан баҡыры” компанияһында ла был йәһәттән эштәр көйлө тип хәбәр иткәйнек инде. Бында эшләгән кешеләрҙең 80 проценты вакцина яһатҡан.
– Быйыл илдә вируслы сирҙәр менән ауырыуҙың етди һәм хәүефле булыуын күргәс, кешеләрҙә аң кимәле артты. Улар вакцинацияның үҙҙәрен генә түгел, ғаиләләрен дә һаҡлай алыуын аңлай, – ти республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Урал Насибуллин.
Башҡортостан предприятиеларында гриптан вакцина яһау ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Хеҙмәткәрҙәрҙең бөтәһе 45 проценты прививка ҡуйҙырасаҡ.
Фото: "Башҡортостан баҡыры" компанияһы.