Сәләмәт булайыҡ
12 Ноябрь 2020, 17:30

Тағы бер ҡатын вафат

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 110 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Пневмония күрһәткестәре тағы ла аяныслыраҡ...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 110 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 11981-гә етте.
Һауыҡҡандар – 11 011 (һуңғы тәүлектә 27 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 64, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат. Уның хаҡында 1957 йылғы ҡатын-ҡыҙ булыуы, Өфөлә йәшәгәне мәғлүм. Икенсе типтағы шәкәр диабетынан, церебраль-васкуляр сирҙән, баш мейеһенең хроник ишемияһынан яфаланған.
Башҡортостан стационарҙарында – 285 (шул иҫәптән 27 кеше ауыр хәлдә, алтауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 621 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 494 779 тикшереү үткәрелгән, 1 445 364 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 12 724 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, аҙаҡҡы тәүлектә 315 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 321 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Читайте нас