Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
13 Ноябрь 2020, 17:30

Асҡындың шифалы һыуы - табиптар өсөн

Халыҡ һаулығын хәстәрләгән медицина хеҙмәткәрҙәре лә иғтибарға һәм ярҙамға мохтаж.

Асҡын районы һәм унда урынлашҡан данлыҡлы "Танып" шифаханаһы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" хәйриә проекты сиктәрендә, табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн биш тонна минераль һыу оҙатасаҡ. Минераль һыу әлеге ваҡытта һауыттарға тултырылған: өс тонна һыу үҙ сәғәтен көтә. Ошо көндәр эсендә уны Бөрө үҙәк район дауаханаһына ебәрәсәктәр. Ошондай уҡ шифалы эсемлекте Зубоволағы Республика клиник инфекция үҙәгендә лә алғандар. Бынан алдараҡ өс тонна минераль һыу Асҡын үҙәк дауаханаһына оҙатылған. Яҙ көнө иһә, хәйриә сараһы сиктәрендә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ла Асҡын еренең шифалы һыуын ебәргәндәр.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас: