Был һорауға Роспотребнадзор идаралығының Эпидемиология буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директорының клиник-аналитика эштәре буйынса урынбаҫары, профессор Наталья Пшеничная яуап биргән.
Белгес әйтеүенсә, сирле коронавирус билдәләре барлыҡҡа килеүҙән ике көн алда һәм сирләп киткәндең тәүге көнөндә башҡалар өсөн үтә хәүефле. Уртаса алғанда, ошондай хәүефле осор сир билдәләре барлыҡҡа килерҙән биш (һирәгерәк – ете) көн алда һәм сирләүҙең тәүге биш көнөндә дауам итә. Бынан һуңыраҡ осорҙа сирле кеше вирустарҙы аҙ тарата һәм башҡаларға йоҡтороу ихтималлығы түбән була.
Наталья Пшеничная коронавирустың күпселек осраҡта һауа юлы менән йоғоуын, һөйләшкән ваҡытта, тын алған һайын 200-ләп вирус өлөшсәһе бүленеп сығыуын билдәләгән.