Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда бер тәүлектә тағы ла 115 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 12096-ға етте. Һауыҡҡандар – 11062 (һуңғы тәүлектә 51 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе - 65. Башҡортостан стационарҙарында – 321 (шул иҫәптән 30 кеше ауыр хәлдә, етәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 648 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 507 559 тикшереү үткәрелгән, 1457714 кеше ҡаралған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 326 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был сирҙән һауыҡҡан 333 кеше дауахананан сыҡҡан.