Сәләмәт булайыҡ
13 Ноябрь 2020, 16:59

Вирустан һаҡлай!

Күҙлек кейеүселәр араһында COVID-19 менән сирләүселәр биш тапҡырға аҙ.

Күҙлектәргә бәйле тикшереүҙәрҙе тәүҙә Ҡытайҙа үткәргәндәр. Был илдә контактлы линзалар бик популяр түгел, кешеләр күберәк күҙлеккә өҫтөнлөк бирә һәм, күҙҙәре ҡаплаулы булғас, лайлалы матдәгә вирустар аҙыраҡ эләгә, тигән фекер бар.


Аныҡлабыраҡ әйткәндә, күптән түгел Кольцоволағы фән ҡала­сығында OpenBio биотехнологиялар форумы уҙған. Унда Новосибирск дәүләт университе­тының бионанотехнология, микробиология һәм вирусология лабораторияһы мөдире, биология фәндәре докторы Сергей Нетесов сығыш яһаған һәм Ҡытай ғалимдары яһаған яңы асыш һөҙөмтәләре менән таныштырған.


– Күҙлек кейеүселәр коронавирусты биш тапҡыр һирәгерәк йоҡторғанын Ҡытай ғалимдары асыҡлаған. Бының хаҡ икәнле­гендә шикләнергә урын юҡ, сөнки был илдә, ысынлап та, күҙ проб­лемаларынан яфаланыусылар бик күп һәм уларҙың 80 проценттан ашыуы күҙлек кейә. Ә контактлы линзаларҙы үҙ итеүселәр бик аҙ. Коронавирус менән сирләгәндәргә килгәндә, уларҙың араһында күҙлеклеләр бик аҙ булған – ни бары ун процент самаһы, – ти фән докторы.


Нетесов, медицина битлектәре хаҡында ла ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр күп, тип белдергән. “Бәғзе тикшеренеүҙәр күрһә­те­үенсә, коронавирус йоҡторған­дарҙың 85 проценты самаһы һәр саҡ йә йыш ҡына битлектә йө­рөгән. Шул уҡ ваҡытта ошо 85 проценттың яртыһы сирҙе өйҙә, йәғни ғаилә ағзаларынан йоҡтор­ған. Әлбиттә, өйҙә бер кем дә битлек кеймәй. Әммә битлекте инҡар итергә ярамай, уны кейеү мотлаҡ”, – ти Сергей Нетесов.


Ғалим фекеренсә, коронавирус йоҡтороуҙың төп каналдары булып танау һәм күҙҙәге лайлалы матдә тора. Эксперт фекеренсә, битлек кейгән кеше танауын ҡапламаған осраҡта был барыбер битлек кеймәгәнгә тиң. Ә COVID-19-ҙың иң йыш таралған билдәлә­ренең береһе – еҫ һиҙмәү тойғоһо вирустың тап танау аша йоҡҡа­нын аңлата, тигән фекер ҙә бар.


Ғалим, оло йәштәгеләр битлек­те мотлаҡ кейергә тейеш, тип иҫәпләй, сөнки коронавирус ин­фек­цияһынан ошо категорияға ҡараған граждандар күпләп вафат булыуы мәғлүм. Унан тыш, битлек сирле кешеләрҙең вирус таратыуын да тотҡарлай, ә коронави­рус менән билдәһеҙ (симптом­һыҙ) сирләгән кешеләр арабыҙҙа бик күп.


– Сирле кеше тәүге билдәләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк вирустар бүлеп сығара башлай. Ул әле үҙе лә ауырығанын белмәй, сөнки йүткермәй, температураһы юғары түгел, әммә ул бер-ике көн тирәһе вирус бүлеп сығарасаҡ һәм, әгәр битлек кеймәһә, башҡа­ларҙы ла зарарлаясаҡ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: иң ябай битлек тә орга­низмға эләгәсәк вирус дозаларын йөҙәрләгән тапҡырға кәметергә һәләтле. Был – тикшерелгән факт. Бигерәк тә ауырыу кешенән сыҡҡан һауаны битлек яҡшы фильтрлай. Әгәр ҙә ике кеше битлек кейә икән, уларҙың бер-береһенә инфекция йоҡтороу ихтималлығы меңдәрсә тапҡырға кәмей, – ти ғалим.


Сергей Нетесов күптәрҙең коронавирусты билдәһеҙ (симптом­һыҙ) үткәреүен онотмаҫҡа саҡыра. Шулай уҡ ғалим Ҡытай белгестәренең тағы бер тикшереү һөҙөмтәләрен миҫал итеп килтерә. Уның буйынса, COVID-19 вирусы тирелә 12 сәғәткә тиклем ҡалыуы ихтимал, ә биткә ҡул менән ҡағылыу сир йоҡтороу ихтималлығын тағы ла арттыра, шуға ла ҡулдарҙы ентекле итеп, һабынлап йыуыу мотлаҡ.
Читайте нас