Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда бер тәүлектә тағы ла 114 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 12210-ға етте. Һауыҡҡандар – 11093 (һуңғы тәүлектә 31 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе - 66. Һуңғы тәүлектә ғүмере өҙөлгән пациентҡа килгәндә, 1959 йылғы ҡатын икәнлеге мәғлүм. Ул стенокардия, остеопороз, гипертония кеүек сирҙәрҙән яфаланған.
Башҡортостан стационарҙарында – 315 (шул иҫәптән 32 кеше ауыр хәлдә, етәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 736 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 520 252 тикшереү үткәрелгән, 1 470 090 кеше ҡаралған. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 368 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 358 пациент дауахананан сыҡҡан.